Мосолман күршеһен атына, затына, милләтенә, диненә ҡарамайынса яҡын күрә. "Күршеһенең ас булғанын белгән көйө йоҡларға ятҡан кеше — беҙҙеке түгел, — тигән Пәйғәмбәребеҙ. — Аллаһ башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттә булғандарҙы, изгелеклеләрҙе һөйә". Ә сәхәбәләрҙең береһе Ғабдулла бин Ғәмр үҙенә ит бешереп килтергән хеҙмәтсеһенән һәр ваҡыт: "Күршеләге йәһүдкә лә бирҙеңме?" — тип һорар булған. Динебеҙҙә ғәҙел кешеләр менән йәнәш йәшәүҙе бер ни менән алмаштырып булмаҫлыҡ изгелек, бәхет тип ҡабул ителә. Сәхәбәләрҙең береһе Сәғид ибн Әл-Ғастың күршеһе йөҙ мең динарға өйөн һатыу тураһында һөйләшеп килешкәс: "Был — йортомдоң хаҡы, — тип белдергән. — Ә Сәғид менән йәнәш көн итәсәгең өсөн күпме бирерһең?" Быны ишеткән Сәғид өй хаҡын үҙе түләгән һәм күршеһенең янында ҡалыуын үтенеп һораған. Кешеләр генә түгел, төбәктәр, илдәр шатлыҡ-ҡайғыһын уртаҡлашып, татыу йәшәргә тейеш. Күршеләрҙәй яҡын булып, бер-береңә иғтибар, хәстәрлек күрһәтеп ғүмер итеү тормошобоҙға ҙур бәрәкәт килтерер. Рамаҙан айында Алла