Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сәйәхәт фажиғә менән тамамланған

Салауаттан 36 йәшлек Анастасия март башында Шарм-эш-Шейхҡа туғыҙ көнгә ял итергә осҡан. Уның менән бергә әсәһе һәм ҡыҙы ла булған. Отпуск яҡшы үткән, әммә Рәсәйгә ҡайтыр алдынан Анастасияның хәле ҡапыл насарайған. Ялдың һуңғы көнөндә ғаилә диңгеҙҙә һыу ингән, отелдә төшкө аш ашаған (бөтәһе лә бер үк ашамлыҡ менән туҡланған). Шунан һуң ҡапыл Анастасияның температураһы 40 градусҡа тиклем күтәрелгән. Ҡыҙҙың әсәһе отель хеҙмәткәрҙәренән “Ашығыс ярҙам” саҡырыуҙарын һораған, әммә, уның һүҙҙәренсә, эшселәр баш тартҡан. Хеҙмәткәрҙәр отель биләмәһендәге клиникаға мөрәжәғәт итергә кәңәш биргән. Үҙ аллы йөрөй ҙә алмаған ҡыҙҙы кешеләрҙең ярҙамы менән медицина кабинетына тиклем алып барғандар. Анастасияның әсәһе һөйләүенсә, медицина хеҙмәткәре ҡыҙына ниндәйҙер укол эшләп, температураны төшөрә торған дарыу биргән. Отелгә кире килгәс, ҡыҙҙың температураһы 33 градусҡаса төшкән, тәнендә ҡара таптар барлыҡҡа килгән. Тик отель хеҙмәткәрҙәре ашығыс ярҙам хеҙмәтен саҡырырға йәнә баш тартҡан. Шул уҡ табип ҡыҙҙы килеп ҡарағандан һуң, таптарҙың ҡыҙыныу арҡаһында барлыҡҡа килеүе менән аңлатҡан. Ҡыҙҙы дәүләт дауаханаһына төнгә ҡарай ғына оҙатҡандар. Аңын юғалтҡан Анастасияны шунда уҡ реанимацияға һалғандар. Таңға ҡарай ҡыҙ үлгән. Сәбәбе – ҡыҙҙың йөрәге туҡтаны, тигән Египет табиптары. Әлегә Анастасияның кәүҙәһен Салауатҡа алып киләләр. Рәсәй суд-медицина эксперттары алдында ҡыҙҙың үлем сәбәптәрен асыҡлау мәсьәләһе тора. Настя тыуған ҡалаһында маникюр оҫтаһы булып эшләгән. Уның кескәй ҡыҙы, ире һәм оло йәштәге ата-әсәһе тороп ҡалған. Фото: SHOT