Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ул спектаклдә уйнаған беренсе ҡатын булған

Тормош – ул театр, ә кешеләр - унда актёрҙар. Бына шулай тип яҙып ҡалдырған билдәле драматург Бернард Шоу. Тормош сәхнәһендә шулай барыһы ла актер. Ә сәхнәлә иһә ошо үҙенсәлекле сихри донъяны үҙ иткәндәр генә уйнайҙыр, моғайын. Ҡырмыҫҡалы районынан “Сатҡылар” халыҡ театры сығышын иһә көтөп алалар. Әйткәндәй, былтыр йыл аҙағында Өфөлә “Театраль Өфө” республика балалар һәм йәштәр театрҙары фестивале үтте. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының Бәләкәй залында Өфө, Салауат, Белорет, Бәләбәй ҡалаларынан, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы райондарынан 12 спектакль күрһәтелде. Режиссер Нәркәс Хәлитова етәкселегендәге Ҡырмыҫҡалының “Сатҡылар” халыҡ театры был сарала Т. Миңнуллиндың пьесаһы буйынса ҡуйылған “Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр” спектакле менән I дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булды. - Ҙур бәйгелә ҡатнашыуыбыҙ һәм лайыҡлы урын алыуыбыҙ өсөн ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙек. Мәртәбәле жюри ағзалары алдында ҡаушап ҡалмайынса, матур сығыш яһағандары, ролдәрҙе оҫта башҡарғандары һәм һәр береһе үҙенең образын аса алғаны өсөн “Сатҡылар” халыҡ театры артистарының барыһына ла оло рәхмәтлемен. Киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр, бейегерәк үрҙәр яуларбыҙ, тип ышанам, - ти халыҡ театры режиссеры Нәркәс Энгель ҡыҙы Хәлитова. Ә уның ярҙамсыһы – Флүрә Ғәлинур ҡыҙы Низамова. Тарих сөңгөлдәренә күҙ һалһаҡ, әллә күпме матур ваҡиғалар унда теркәлеп ҡалған. 1918 йылда Ҡырмыҫҡалы ауылында элекке икмәк сәнәғәтсеһе Меньковтың һарайында беренсе спектакль ҡуйылған. Ҡатын-ҡыҙ ролдәрен Сәрүәр Нәзирова уйнаған. Ул спектаклдә асыҡтан-асыҡ уйнаған беренсе ҡатын булған. Артабан райондың башҡа ауылдарында ла спектаклдәр ҡуйыла башлаған. 1970 йылда театр тарихында матур ваҡиға теркәлгән: уға “халыҡ” исеме бирелгән. Беренсе режиссер Мәүлетов булған. 1975 – 1997 йылдарҙа “Сатҡылар”ға Р.Х. Бакиров, Г. Закирова етәкселек иткән. 2000 йылдан Ф.Ғ. Низамова режиссер булып эшләгән. Ә. Атнабаевтың “Законлы никах менән”, Н. Нәжмиҙең “Гармунсы дуҫ” һәм башҡалар... Уларҙың барыһы ла тамашасы күңелендә һөйөү яулаған. 2022 йылдан Нәркәс Хәлитова – “Сатҡылар” режиссеры. Бик үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс, ылыҡтырғыс тормош менән йәшәй театр коллективы. Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Р.Х. Бакиров, Ф.Г. Ғәниев, М.Ғ. Рәжәпов, Г.К. Яхин, Ф.Ғ. Низамова, театр ветерандары Ф. Ғәниев, Ф.Ф. Ҡотлобаева һәм башҡалар онотолмаҫлыҡ образдар тыуҙырған. Ул ғына түгел, үҙ тәжрибәһен йәш быуын вәкилдәренә ҡалдырырға, яңы һәләттәрҙе асырға тырышалар. Коллектив бер нисә тапҡыр республиканың “Алтын тирмә” республика фестивале лауреаты булған. “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған һәм Бөтә донъя театры көнөнә арналған конкурста ихлас ҡатнашҡан Нәркәс Хәлитова – “Сатҡылар” театрының режиссеры. Ул етәкләгән “Сатҡылар” “Халыҡ таланттары” тигән конкурста бик ихлас ҡатнаша. Беҙ уларға уңыштар теләйбеҙ. Ә һеҙ, ҡәҙерле дуҫтар, “Сатҡылар” өсөн тауыш бирегеҙ, лайыҡтар ҡуйығыҙ һәм йылы һүҙҙәрегеҙ яҙылған комментарийҙарығыҙҙы яҙығыҙ. Беҙ иһә сихри театр донъяһына ҡағылышлы булғандарҙың барыһына ла етеп килгән һөнәри байрамдары айҡанлы ижади ҡомар, бәхет, сәләмәтлек теләйбеҙ. Уларҙың барыһы ла театрға хеҙмәт итә. Ә был хеҙмәт – ул ил һәм халыҡ алдындағы хөрмәт ул. Фотолар: “Сатҡылар” халыҡ театры архивынан.