“Рәхмәт” акцияһының суперприздары – Өфөлә фатир, ике “Нива” автомобиле, бөтә ғаилә менән Сочиға һәм республика шифаханаларына юллама уйнатылыуын республика халҡы түҙемһеҙләнеп көтә. Ойоштороусылар отош 22 мартта буласаҡ тигәйне. Әле иһә уның нисек һәм ҡайҙа үтере билдәле булды. Шулай итеп, отош 22 мартта, Башҡортостан юлдаш телеканалында иртәнге “Сәләм” тапшырыуында буласаҡ. Ойоштороусылар әйтеүенсә, сайтта 2,5 миллион билет теркәлгән. Телефон, телевизор, ноутбук, робот-саңһурҙырғыс, электр самокаты һәм башҡа приздар һайлау көндәрендә уҡ уйнатылғайны. Хәҙер суперприздар эйәләрен асыҡларға ҡалды. Уңыш һеҙгә йылмайһын!
Суперприздарҙың ҡасан һәм ҡайҙа уйнатылыры асыҡланды
20 марта 202420 мар 2024
~1 мин