Мәләүез районының "Дуҫлыҡ" башҡорт халыҡ театр-студияһы етәксеһе Гөлзилә Вәлиева Ауырғазы районының Солтанморат ауылында тыуып-үҫкән. Яҙмыш елдәре Мәләүез тарафтарына илкәс, бында ла ерегеп, халҡын үҙ итеп ғүмер итә ул. Гөлзилә Риф ҡыҙы театр менән 2018 йылдан алып эшләй. Ул Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлаған, унан Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының театр коллективы режиссеры бүлегендә күңеленә ятҡан һөнәргә эйә булған. Ҡыҙы Азалия ла, әсәһе өлгөһөндә ижад донъяһына ылығып, әле З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр һәм кино факультетында 3-сө курста уҡып йөрөй. “Дуҫлыҡ”та ике төркөм бар: ололар һәм йәштәр, унда 16 йәштән 70-кә тиклемге 22 кеше шөғөлләнә. Репертуар бик бай, ә инде М. Кәрим ижады буйынса “Миҙгелдәр”, Әсғәт Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын” пьесаһы буйынса әҙерләнгән театрлаштырылған тамашаларҙы, балалар өсөн ҡуйылған А. С. Пушкиндың “Алтын балыҡ” әкиәтен, Н. Асанбаевтың “Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта” комедияһын тамашасылар айырыуса яратып ҡарай. "Спектакль әҙерләү ул бик ҡатмарлы, бигерәк тә уҙешмәкәр артистар менән эшләүҙең үҙ нескәлектәре бар. Шуға ла мин репетицияларҙы дуҫлыҡ, туғанлыҡ мөхитендә үткәрергә тырышам. Шундай осраҡта берләшеү хистәре барлыҡҡа килә һәм премьера алдынан тулҡынланыу тураһында онотоп та китәбеҙ", - ти режиссер ҡәнәғәтлек менән. Әлеге көндә һәүәҫкәр артистар, Бөтә донъя театр көнөнә арнап, яҡташтары Хәлиҙә Шәйәхмәтованың “Малай кәрәк, малай” пьесаһын сәхнәләштерергә әҙерләнә. Конкурс дауам итә, дуҫтар. Ҡатнашыусыларыбыҙ өсөн тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ! Фотолар - Г. Вәлиеванан.