Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәгән Сәриә һәм Юлай Асҡаровтарҙы белмәгән кеше һирәктер. Билдәле кинорежиссер Айнур Асҡаровтың ата-әсәһе булыу менән бер рәттән, үҙҙәре лә иҫ киткес талантлы, йыр-моңға маһир, донъя көтөүгә тырыш кешеләр улар. Яҡындары һәм туғандары Сәриә ханымды ҡул эштәре оҫтаһы булараҡ та белә. Ул халыҡ дауалау алымдары менән дә ҡыҙыҡһына, белгәндәре менән социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ихлас уртаҡлаша. Ошо көндәрҙә Сәриә Асҡарова өй шарттарында һөлөк үрсетеү серҙәре тураһында яҙҙы. "Сәләм, мөхтәрәм ҡәрҙәштәр! Мин бөгөн изге айҙа өй шарттарында һөлөк үҫтереү сере менән уртаҡлашам. Был һөлөктәрҙе фәҡәт үҙебеҙ өсөн үҫтерәбеҙ, һатыуға бармай. Шулай итеп, бөгөн әсәйемә электән ҡуйған һөлөктәрем 6 – 12 айҙан ашыу ял иткәс ҡулландым. Кендеккә йә ҡоймосҡа (копчикка) ҡуябыҙ, ашап туйып үҙе төшкән һөлөктәрҙе парлап таҙа һалҡын һыуға һалып (хлорлы һыу ярамай) 1-2 айға ҡараңғы, һалҡынсараҡ урынға ултыртабыҙ. Банканың өҫтөн марля йә тишкеләнгән капрон ҡапҡас менән ябабыҙ. Бөгөн, 13 мартта, бер айҙан, торф һалынған өс литрлы банкаға ебәрәм. Бер һөлөк 3-4 кокон һала, уның эсендә 20-25 бала була. Һөлөктәрҙең енесе булмай тиһәләр ҙә, йомортҡа һалһын өсөн ике һөлөктө бер банкаға һалыу шарт! Аталанған һөлөктөң арҡаһы һыҙатлана. 1 майҙа, Алла бирһә, ҡарарбыҙ, йомортҡалары булырмы, юҡмы?" – тигән ул. Уға яңы шөғөлөндә уңыштар теләйбеҙ. Сығанаҡ һәм фото: vk.com/s180967 (Сәриә Асҡарованың шәхси сәхифәһе). РЕДАКЦИЯНАН: Мәҡәлә таныштырыу маҡсатында бирелә. Һөлөк менән дауаланыуҙы башлар алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!