15 мартта Башҡортостан Республикаһында, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, “Утты туҡтат!” янғынға ҡаршы федераль мәғлүмәт кампанияһы башланды. Быйыл ул етенсе йыл рәттән ойошторола һәм “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты маҡсаттарына тап килә. Сара урындағы халыҡ ғәйебе буйынса урман янғындары сығыу хәүефен кәметеүгә йүнәлтелгән. Йыл һайын урман янғындарының 70 проценты самаһы кеше ғәйебе менән сыға. Янғынға ҡаршы кампанияны алға этәреүҙе йыл һайын Федераль урман хужалығы агентлығы, РФ Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, “Авиалесоохрана” федераль бюджет учреждениеһы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Стратегик башланғыстар агентлығы һәм бер нисә йәмәғәт ойошмаһы хуплай. Кампания барышында аң-белем таратыу саралары уҙғарыла (шул иҫәптән белем биреү учреждениеларында асыҡ дәрестәр, әңгәмәләр, лекциялар, граждандар йыйындары), федераль һәм төбәк телевидениеларында социаль әһәмиәтле видеороликтар күрһәтелә, баҫма киң мәғлүмәт сараларында һәм интернет-ресурстарҙа тематик материалдар баҫыла. Республиканың урман янғындары станциялары хеҙмәткәрҙәре ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында кеше ғәйебе менән килеп тыуған янғындар иҫәбен кәметеүгә йүнәлтелгән халыҡ араһында агитация эшен әүҙемләштерҙе. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Урман хужалығы министрлығы.