Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өлкәндәр өсөн бик уңайлы

Көйөргәҙе районының алыҫ урынлашҡан ауылдарынан өлкән йәштәге граждандарҙы тар белгестәргә тикшереү һәм консультация үтеү өсөн Күмертау ҡалаһы дауаханаһына алып баралар. Был “Демография” милли проектының “Өлкән быуын” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Был эште фельдшерҙар менән берлектә социаль эш буйынса белгестәр башҡара. Өлкән фельдшер 65 йәштән өлкән граждандарҙы йөрөтөү буйынса план-график төҙөй, артабан фельдшер-акушерлыҡ пункты белгестәргә ҡабул итеүгә һәм тикшереүҙәр үткәреүгә яҙа. Ололарҙы махсус транспорт менән дауаханаға алып барып, медицина тикшереүен ойоштороу уларға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тикшеренеүҙәр, консультациялар үтергә һәм табиптарҙан кәңәштәр алырға мөмкинлек бирә. – Төпкөлдә йәшәгән өлкән йәштәге граждандарҙың социаль такси ярҙамында уңайлы шарттарҙа медицина ойошмаһына барыу, унда диспансерлаштырыу, профилактик тикшереү үтеү йәки тар йүнәлешле белгестәргә күренеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Шаршамбы иртәнге сәғәт 9-ҙан алып, халыҡ яҙылыу буйынса белгестәргә сиратһыҙ эләгә, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Григорий Маркелов. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.