Районда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итеү маҡсатында әле был, әле икенсе ауылда бергәләп маскировкалау селтәрҙәре үрәләр, окоп шәмдәре яһайҙар, һалма йәйәләр, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләйҙәр, аҡса йыйып ир-егеттәргә кәрәкле әйберҙәр алып оҙаталар. Һәр кем был изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Шул иҫәптән Таштуғай ауылы халҡы ла яҡташ яугирҙарға ярҙам итеү эшен әүҙем алып бара. Улар былтыр көҙҙән ошо көнгәсә 19 маскировкалау селтәрен үреп ебәргән. Был турала беҙгә ауыл старостаһы Зөлфирә Рахманғолова мәғлүмәт бирҙе. -Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итеү маҡсатында былтыр көҙ ауыл халҡы менән әүҙем маскировкалау селтәрҙәрен үрә башланыҡ. Тормош иптәшем селтәр үреү өсөн махсус станок ҡороп бирҙе. Ауылыбыҙ чатына яҙғайным, ауыл халҡы хуплап, селтәр үреүгә дәррәү йөрөй башланы. Ирекмәндәр Таңсулпан Купцова һәм ауылыбыҙ килене Зилә Кәримова материал алып килеп, селтәр үреү буйынса оҫталыҡ класы күрһәттеләр. Ауылыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары тиҙ генә өйрәнеп алы
Яугирҙарға ярҙам итеү – мөһим бурыстарҙың береһе
20 марта 202420 мар 2024
1
2 мин