Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы "Благовещен" йылдам үҫеш биләмәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырған эшҡыуарҙарҙан һорау алыу үткәрә. Тикшеренеү инвесторҙарҙың инфраструктура объекттары, күрһәтелгән хеҙмәттәр төрлөлөгө менән ҡәнәғәтлеген, шулай уҡ резиденттарға күрһәтелгән ярҙам сараларына ихтыяж булыуын асыҡлау маҡсатында үткәрелә. - Беҙҙең өсөн һәр ваҡыт йылдам үҫеш биләмәләре резиденттарынан яуап бәйләнеше мөһим. Тулыраҡ анализлау маҡсатында беҙ һәр ТОР буйынса һорау алыуҙар үткәрәбеҙ. Һорау алыуҙы онлайн-форматта Башҡортостандың Инвестпорталында ҡарарға мөмкин: https://investrb.ru/ru/opros/11/edit/new/. Уның барышында инвесторҙарҙың ТОР-ҙың эшмәкәрлеген яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр һәм теләктәр белдереү мөмкинлеге бар. Һорау алыуға йомғаҡ киләһе аҙна аҙағында яһаласаҡ, тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Михаил Изотов. Резиденттарҙан һорау алыу БР Иҡтисади үҫеш министрлығына, башҡа власть органдарына һәм Благовещен районы хакимиәтенә резиденттарҙың ихтыяждарын, ҡабул ителгән льготалар һәм преференцияларҙың кәрәклеген аңларға, шулай уҡ кәрәкле саралар күрергә ярҙам итергә тейеш. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23344/
Резидент эшҡыуарҙарҙы һорау алыуҙа ҡатнашырға саҡыралар
20 марта 202420 мар 2024
1 мин