Дүрт йыл эсендә "Алға" айырым иҡтисади зонаһы резиденттары һаны дүрт тапҡырға артҡан. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһынан хәбәр иттеләр. 2020 йылдан резиденттар һаны 5-тән 21-гә, ә уларҙың проекттары буйынса инвестициялар күләме 15,7 миллиард һумдан 61,8 миллиард һумға тиклем артҡан. Мәҫәлән, бөгөн "Алға" иҡтисади зонаһының етештереү майҙансыҡтарын тулыландырыу кимәле 53,5% тәшкил итә. - Республика етәкселегенең ярҙамы менән беҙ планлы рәүештә айырым иҡтисади зона резиденттары һанын арттырыуға барабыҙ. Башҡортостанда предприятиелар урынлаштырыу менән ҡыҙыҡһынған күп кенә инвесторҙар үҙ бизнесын үҫтереү өсөн уңайлы географик урын, ирекле таможня зонаһы, шулай уҡ һалым һәм ҡуртым льготаларын ҡулланып проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге буйынса берләштерелгән иҡтисади зонаны һайлай. Шуны билдәләп үтәйем, 2023 йылда ғына машиналар эшләү, ағас эшкәртеү, нефть химияһы өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған туғыҙ компания иҡтисади зона резиденты булды. Уларҙың проекттары
Дүрт йылда "Алға"ның резиденттары дүрт тапҡыр артҡан
20 марта 202420 мар 2024
1 мин