Малаяҙ ауылының уңған оҫталары махсус хәрби операция яугирҙәре өсөн һигеҙенсе тағылмалы мунсаны әҙерләгән. Мәшәҡәтле оло эш Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Рөстәм Хөснуллин етәкселегендә барған. Оҙаҡламай “тәгәрмәсле мунса” махсус хәрби операция зонаһына оҙатыласаҡ. Салауат районы Малаяҙ ауылының алтын ҡуллы, егәрле ир-аттарына рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ! Ваҡыттарын да, аҡса һәм кәрәк-яраҡты ла йәлләмәй, көнө-төнө ошо конструкцияны әҙерләгәндәр. Һеҙ оло хөрмәткә лайыҡ, малаяҙҙар! Рөстәм Хөснуллин оҙаҡламай яугирҙәр өсөн туғыҙынсы тағылмалы мунсаны әҙерләп бөтәсәктәре тураһында белдерҙе, тип яҙа “На земле Салавата”. Материалдар етерлек, ярҙамсылар эшләй. Беҙ һеҙгә һоҡланабыҙ, салауаттар! Фото: https://na-zemle-salavata.com/news/novosti/2024-03-19/v-salavatskom-rayone-izgotovili-vosmuyu-po-schetu-pritsepnuyu-banyu-dlya-boytsov-svo-3692085