Найти тему
Башҡортостан гәзите

Юбилейығыҙ менән, Радий Фәрит улы!

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 60 йәшлек юбилейын билдәләй. Ләкин беҙҙең халыҡта "Ир-егеттең йәшен һанамайҙар, ир-егеттең эшен баһалайҙар" тигән ҡанатлы һүҙҙәр йөрөй. 60 йәш - ул ир-егет өсөн ир уртаһы, үткәндәргә байҡау яһау өсөн бер сәбәп кенә. Радий Фәрит улы юғары вазифаға килгәс тә ең һыҙғанып эшкә тотондо. Республикаға инвестициялар килә башланы, яңы производстволар асылды, хеҙмәт урындары булдырылды. Башҡортостан тураһында Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә күберәк белә башланылар. Күп милләтле республикабыҙҙа ил һәм донъя кимәлендәге ҙур сараларҙы ҡабул итеп, үҙебеҙҙе киңерәк танытыу мөмкинлеген алдыҡ. Беҙҙә ҡеүәтле, мөһим проекттар тормошҡа ашырыла, мәктәптәр, дауаханалар, юлдар, йорттар төҙөлә. Башҡортостан күп рейтингтар буйынса илдә, Волга буйы федераль округында алдынғы урындарға сыҡты. Радий Фәрит улы республикаға еңел булмаған осорҙа оло яуаплылыҡ менән, лайыҡлы етәкселек итә. Ул бер ниндәй ауырлыҡ алдында ла баҙап ҡалмай, тыныс ҡына үҫешкә йүнәлтелгән эшен дауам итә. Заман менән бергә атлаған көслө, дәрт-дарманлы, хәстәрлекле, яуаплы, талапсан етәксебеҙгә юбилейы уңайынан иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Республика халҡы тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән күп йүнәлешле, ҡатмарлы эшендә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ! Юбилейығыҙ ҡотло булһын, Радий Фәрит улы! Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.