Найти тему
Башҡортостан гәзите

Оркестр артисы кейем тегә

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең рус халыҡ ҡоралдары оркестры артисы Фәимә Байтура ҡыҙы Ҡәлимғолова махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға ярҙам итергә тырыша. Ул үҙенең фекерҙәштәр командаһы менән электр машинкаһында яугирҙәр өсөн төрлө кейем-һалым тегә. Термо эс кейемдәре, толстовкалар, маскировка костюмдары, плащ-палаткалар – быларҙың барыһы ла фронттағы һалдаттар өсөн кәрәк, ти ул. Туҡыманы берләшмәләрҙән һәм ирекмән хәрәкәттәренән ебәрәләр, аҙаҡ оҫталар хеҙмәттәренә бөтә күңел йылыһын, һөйөүен һалып эшкә тотона. Улар өсөн Ватан һағындағы һәр һалдат яҡын кешеһе кеүек ҡәҙерле. Фәимә Байтура ҡыҙы үҙенең ата-әсәһен дә йылылыҡ менән иҫкә алды. “Күҙҙәре күрмәһә лә, икеһе лә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда хеҙмәт итә. Әсәйем Ҡыҙыл Армия өсөн ойоҡбаштар бәйләй, атайым кавалерия дивизиялары өсөн мисәү эшләй. Беҙ бит ул саҡта фашизмды бөтә ил менән еңдек, хәҙер ҙә еңәсәкбеҙ!” - ти ул. Бөгөн ихлас күңел менән махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашыусыларға ҙур ярҙам күрһәткән һәр кемгә рәхмәт белдерге, уларға оло һаулыҡ, шатлыҡтар теләге килә. Фото: https://vk.com/srgazeta