Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡабаҡ торты ла була

Йәшелсәнән әҙерләнгән еңел генә ризыҡ – ҡабаҡ торты ла күптәребеҙ өсөн танһыҡтыр. Ишембай районының Ишәй ауылынан Рузалия Ниғмәтуллина яҡындарына ауыҙ асыуға ошо ризыҡты әҙерләгән.Уның рецебы буйынса ҡабаҡ торты әҙерләп ҡарайыҡ әле. - Ҡырғыстан ҡырылған 1,5 килограмм ҡабаҡ, 4 йомортҡа,2-3 стакан он, самалап тоҙ, борос һалып, барыһын да бергәләп бутайбыҙ һәм табала йәймәләр бешерәбеҙ.Бешкән йәймәләрҙе һыуытҡас, уларға һарымһаҡлы майонез буяп, ҡатлайбыҙ, өҫтөн ҡырҡылған помидорҙар менән биҙәйбеҙ. Башҡа төрлө лә биҙәргә мөмкин. Аштарығыҙ тәмле булһын! – тигән теләктәрен еткерә аш-һыу уңғаны. Фото: Рузалия Ниғмәтуллинанан.

Еда
6,93 млн интересуются