Тәтешле театрына 1970 йылда ижади ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы бойороғо менән “халыҡ” исеме бирелә. Был маҡтаулы исемде алғандан һуң театр яңы һулыш менән илһамланып ижад итә башлай. Коллективта төрлө йылдарҙа Надиә Ғәлиева, Фирдүс Зарипов, Архам Шарыгин, Вахит Нуриханов, Фәрит Йыһангиров, Ася Коркина кеүек режиссерҙар спектаклдәр ҡуя. Әлеге көндә “Илһам” халыҡ татар театры режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы Венер Юрис улы Хәкимов етәкселегендә ижад ҡаҙанында ҡайнап, яңы бейеклектәр яулай. Былтыр “Илһам” татар халыҡ театры Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Тимербулат Имашевтың 115 йыллығына арналған ауыл үҙешмәкәр театрҙарының зона фестиваленән наградалар менән ҡайтты. Роберт Батулла әҫәре буйынса ҡуйылған “Кисер мине, әсәй!” спектакле ижади коллективтың тағы бер уңышлы аҙымы булды. ...Тетрәндергес тә, уйландырғыс та тормош сәхнәлә дауам итә, тәүге минуттан уҡ ябай булмаған ғаилә м