19 мартта Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров илдең киңлек-ара үҫеше буйынса стратегик сессияла ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин алып барҙы. Бында һүҙ халыҡтың йәшәү кимәле һәм сифатына ҡарата төбәк-ара айырмалыҡтарҙы ҡыҫҡартыуға, иҡтисади үҫештең темпын көсәйтеүгә, шулай уҡ илдең милли хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән тотороҡло үҫештең комплекслы программаһы тураһында бара. Дискуссияны асып, Михаил Мишустин стратегия эшендә төп өҫтөнлөктәрҙе билдәләне. Шулай уҡ ул төбәктәрҙәге үҫеш үҙәктәрен булған потенциалды – ауыл хужалығын, сәнәғәт, логистиканы - иҫәпкә алып төҙөргә, шулай уҡ инвестициялар ағымын һәм эш урындарын арттырыуҙы тәьмин итергә кәрәклекте һыҙыҡ өҫтөнә алды. Радий Хәбиров стратсессияның әһәмиәтен һәм республиканың киләсәктәге үҫеше өсөн уның һөҙөмтәләрен юғары баһаланы. Мәғлүмәт һәм фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/176066.html
Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәтенең стратегик сессияһында ҡатнашты
19 марта 202419 мар 2024
~1 мин