Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Береһе 15 мартта ғына вахтаға киткән...

Башҡортостандан вахтасылар Амур өлкәһендә рудниктың емерелеп төшөүе арҡаһында ер аҫтында ҡалыуын дауам итә. Яҡташтарыбыҙҙың береһенең атаһы уларҙың иҫән-һау сығыуҙарына ышана. Уның улы Ролан Шәрипов 15 мартта аҡса эшләргә киткән булған. Өйөндә ҡатыны һәм ике балаһы ҡалған. 18 мартта беренсе көн эшкә сыҡҡан, ә кискә ҡарай тау тоҡомдары ишелеп төшкән. Әлеге ваҡытта 13 эшсе 28 ҡатлы тәрәнлектә ҡалыуын дауам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, улар араһында Ролан Шәриповтан тыш тағы ла дүрт яҡташыбыҙ бар. Зыян күреүселәр менән бәйләнеш юҡ, тик шулай ҙа уларҙың вентиляция торбаһына һуҡҡаны ишетелә. Өс мең куб таш сығарылған да инде. Роландың атаһы, тәжрибәле шахтер булараҡ, емерелеү грунт һыуҙары арҡаһында барлыҡҡа килгән тип иҫәпләй. Сығанаҡ: Mash Batash, фото – видеонан скрин.