Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Банкрот” исеменән нисек ҡотолорға?

Журналистар алдында “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец, идаралыҡтың үҙ-үҙен көйләгән ойошмалары өлкәһендәге контроль буйынса бүлек етәксеһе Динара Мәһәҙиева, Күп функциялы үҙәктең ведомство-ара хеҙмәттәшлек бүлеге етәксеһе Алия Сокольникова һәм Башҡортостан буйынса Милли банктың иҡтисад бүлеге етәксеһе Фәнүзә Кәлимуллина сығыш яһаны, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. “Был теманың көнүҙәклеге шуның менән бәйле: былтырғы йыл йомғаҡтарына ярашлы, Башҡортостан суд аша һәм судтан тыш тәртиптә банкрот тип танылған кешеләр һаны буйынса бишенсе урынды алды. Был осраҡтарҙа граждандар банкротлыҡ процесында финанс идарасыларының намыҫһыҙлығы, банкротлыҡ буйынса талаптарҙы үтәргә мәжбүр ителеү, агрессив реклама менән йыш осраша. Был иһә үҙҙәренең финанс проблемалары менән яңғыҙ тороп ҡалған кешеләр өсөн ҡыйынлыҡ тыуҙыра”, – тине Петр Клец. Матбуғат конференцияһы барышында айырым кешеләр өсөн банкротлыҡ инструменттары нисек һәм ни өсөн ҡулланыла алыуын, ниндәй бур

Журналистар алдында “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец, идаралыҡтың үҙ-үҙен көйләгән ойошмалары өлкәһендәге контроль буйынса бүлек етәксеһе Динара Мәһәҙиева, Күп функциялы үҙәктең ведомство-ара хеҙмәттәшлек бүлеге етәксеһе Алия Сокольникова һәм Башҡортостан буйынса Милли банктың иҡтисад бүлеге етәксеһе Фәнүзә Кәлимуллина сығыш яһаны, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. “Был теманың көнүҙәклеге шуның менән бәйле: былтырғы йыл йомғаҡтарына ярашлы, Башҡортостан суд аша һәм судтан тыш тәртиптә банкрот тип танылған кешеләр һаны буйынса бишенсе урынды алды. Был осраҡтарҙа граждандар банкротлыҡ процесында финанс идарасыларының намыҫһыҙлығы, банкротлыҡ буйынса талаптарҙы үтәргә мәжбүр ителеү, агрессив реклама менән йыш осраша. Был иһә үҙҙәренең финанс проблемалары менән яңғыҙ тороп ҡалған кешеләр өсөн ҡыйынлыҡ тыуҙыра”, – тине Петр Клец. Матбуғат конференцияһы барышында айырым кешеләр өсөн банкротлыҡ инструменттары нисек һәм ни өсөн ҡулланыла алыуын, ниндәй бурыстарҙы юҡҡа сығарып булыуын ентекле аңлаттылар. Ундай осраҡтар буйынса йыш осраған миҫалдар ҙа килтерелде. Автор фотоһы.