“Кеше эше менән маҡтаулы, тиҙәр. Мин шундай яҡшы кеше тураһында һөйләргә теләйем. Был изге кеше – Рафиҡ Рауил улы Сафиуллин. Ул Баймаҡ районының Октябрь ауылында йәшәй, “Шәрәфетдинов А. А.” крәҫтиән (фермер) хужалығында механизатор булып эшләй. Сосновка урта мәктәбен тамамлағас, армияла хеҙмәт итә. Шоферға, тракторсыға уҡый. Оҙаҡ йылдар Урғаҙа ауылындағы МТС-та эшләй. Тәүҙә "Акрос" комбайнын йөрөтә, хәҙер яңы “Мюллер”ға ултырған. Хеҙмәт стажы 32 йыл. Грамота, дипломдары, вымпелдары бар. Әсәһен, күп һанлы туғандарын ҡайғырта. Тормоштағы төп маҡсаты – хәйриәлек эшендә ҡатнашыу, йәмғиәткә файҙалы кеше булыу. Ул ихлас күңелдән Һаулығы сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәгенең Сибай филиалындағы ауырыу балаларға ҙур суммала аҡса күсереп, матди ярҙам күрһәтте. Ойошманың үҙәге Белорет ҡалаһында урынлашҡан һәм бөтә Урал аръяғын солғап алған”, – тип яҙып ебәргән беҙгә Сосновка ауылынан Фәриҙә Исмәғилева. Афарин, Рафиҡ ағай! Изгелегегеҙ үҙегеҙгә сауап булып ҡайтһын! Фото: Ф. Исмәғилеванан.
Ябай механизатор ауырыу балаларға ҙур аҡса тапшырған
19 марта 202419 мар 2024
~1 мин