Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҙур интервью ҡарағыҙ!

20 мартта 20:00 сәғәттә БЮТ телеканалында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән интервью эфирға сыға. Унда республика етәксеһенең эшмәкәрлеге тураһында күп факттар тәүге тапҡыр билдәле буласаҡ. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Дмитрий Каретко менән әңгәмәлә төбәк Башлығы үҙенең тормошоноң иң ҡатмарлы осорҙарын иҫкә төшөрөп, көн тәртибендәге төп мәсьәләләргә ҡағыласаҡ. Радий Хәбиров Башҡортостандың хәҙерге тарихындағы иң резонанслы ваҡиғалар – “янып торған” Сибай карьеры, Ҡуштау шиханы тирәһендәге хәл, коронавирус инфекцияһы пандемияһы тураһында фекере менән уртаҡлаша. Башҡортостан Башлығын ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыуға нимә этәрә? Республика етәксеһенә популяр булмаған ҡарарҙар ҡабул итеүе ни тиклем ауыр һәм Радий Хәбировтың “Ҡырым яҙы”на ниндәй ҡатнашлығы бар? Радий Хәбировтың 60 йыллыҡ юбилейы көндө Башҡортостан Башлығы менән ҙур интервью ҡарағыҙ. 20 мартта, 20:00 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында. Фото: БЮТ.