Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы "Минең бизнесым" үҙәгендә урынлашҡан Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә ике тиҫтәгә яҡын эшҡыуарға "Финанс хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре, йәки мутлашыуҙан нисек һаҡланырға" тигән темаға консультация үткәрелде. Сара эшҡыуарҙар һәм үҙмәшғүлдәр өсөн үткәрелгән "Бизнесҡа хоҡуҡ" лекторийы сиктәрендә офлайн һәм онлайн форматта ойошторолдо. Тематик кисәлә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы вәкилдең йәмәғәт ярҙамсыһы Светлана Беляева һәм финанс консультанты Галина Морозкина сығыш яһаны. Сара барышында спикерҙар көнүҙәк темаларҙы асты: әлеге ваҡытта банк эшмәкәрлеге өлкәһендә, тендерҙар үткәреү өлкәһендә, транспорт компаниялары һәм дәүләт хеҙмәттәре сайттарында мутлашыусылар нисек эш итә? Белгестәр мутлашыусы схемаларҙың конкрет осраҡтарын ҡараны һәм алдауҙан нисек һаҡланырға, мутлашыусылар шылтыратһа, нисек эш итергә, яуызлыҡ ҡылыусылар яғынан алдауҙар осрағында ниндәй ашығыс саралар күрергә кәрәклеге тураһында кәңәштәр бирҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә +79174001818, +7(347) 218-18-18 телефондары буйынса яҙылырға мөмкин. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23332/
Эшҡыуарҙарға финанс хәүефһеҙлеге хаҡында консультация үткәрелгән
19 марта 202419 мар 2024
1 мин