Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Биш яҡташыбыҙ ер аҫтында ҡалған

Амур өлкәһендәге ер аҫты эштәре участкаһында тау тоҡомдары ишелеп төшкән. 120 метрҙан ашыу тәрәнлектә 13 кеше тирәһе, шул иҫәптән биш яҡташыбыҙ – Вәлиханов Э.Р., Симонов О.М., Николаев В.О., Шәрипов Р.Р. һәм Марков Ю.А. ҡалған, тип хәбәр итә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. “31-48 йәшлек яҡташтарыбыҙҙың дүртеһе Сибайҙан, береһе Учалынан. Уларҙың барыһы ла машинист булып эшләгән”, – тип хәбәр “Башинформ” . Әлегә урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 25 белгесе һәм дүрт берәмек техникаһы, псиохологтар эшләй. Шулай уҡ рудникҡа Приморье һәм Хабаровск крайҙарынан ҡотҡарыусылар юлланған. Кузбасс белгестәре резервы ла әҙер, тип хәбәр итәләр. Тау эшселәре менән бәйләнеш әлегә булдырылмаған. ”112” телеграм-канал мәғлүмәттәре буйынса, эҙләү эштәре шахтаға ер аҫты һыуҙарының һаман да ағыуы арҡаһында ҡатмарлаша. Шул уҡ ваҡытта тәфтишселәр “эш алып барыу ваҡытында хәүефһеҙлек талаптарын боҙоу“ статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.