“Магнитогорск – Рәсәйҙең ҡорос йөрәге” викторинаһында бер бүлмәле фатирҙы ҡаланан махсус хәрби операцияға мобилизацияланған кеше отҡан. Билдәле булыуынса, ғаилә башлығы МХО-нан отпускыға ҡайтҡас, викторинала ҡатнашырға ҡарар иткән. Хәрби часҡа кире юлланған ваҡытта уға фатир отоуы тураһында хәбәр килгән. Фатирға сертификатты геройҙың ҡатыны Гөлсиә “Магнитогорский рабочий” гәзите редакцияһынан барып алған. Уның һүҙҙәренсә, иптәше мобилизацияланғанға тиклем “Ашығыс ярҙам” станцияһында фельдшер булып эшләгән. Әле декрет ялында булған Гөлсиә үҙе лә шунда уҡ шәфҡәт туташы булып хеҙмәт иткән. Әбйәлил районының Байым ауылынан булған йәш ғаилә ике йыл элек Магнитогорск ҡалаһына күсеп, ипотекаға фатир алған. Улар викторинала еңеүҙәренә өмөт итмәгәндәр ҙә, шуға күрә тура эфирҙы ҡарамағандар. “Миңә ирем шылтыратып, викторинала еңеүебеҙ тураһында хәбәр итте. Тәүҙә ышанмай, эфирҙы яңынан ҡараныҡ”, – ти йәш әсә. Сертификатты Гөлсиәгә ҡала ветерандар советы рәйесе Александр Макаров тапшырған. Йәш ғаи