Найти тему
Башҡортостан гәзите

Шәриғәт стандарттары буйынса яңы лизинг

Эш “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство”) буйынса башҡарылған, тип хәбәр иттеләр төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. “Иджара”ның яңы продукты Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итер, тип ышанам, сөнки эшҡыуарҙарға ислам финанслау принциптарына нигеҙләнгән альтернатив аҡса сығанағы асыҡ буласаҡ. Уларға бурыс тәңгәлендә проценттарҙы тыйыу, спекулятив килешеүҙәр, контракттарҙағы билдәһеҙлек буйынса тыйыуҙар инә. Лизингтың предметы, уның хаҡы һәм техник характеристикалары аныҡ билдәләнергә тейеш. Алкоголь, тәмәке, сусҡа ите һатыу, шулай уҡ уйын бизнесына бәйле эшмәкәрлек ислам финанслауына ҡарамай”, – тине республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов. Билдәле булыуынса, теләгән һәр кем, йәғни диненә ҡарамай, хеҙмәттән файҙалана ала. Программа буйынса 36 айға тиклем 500 меңдән 50 миллион һумға тиклем финанслау ҡаралған. Лизингҡа махсус техника, автобустар, еңел йәки йөк транспорты алырға мөмкин. Бының өсөн төбәк лизинг компанияһына ғариза һәм кәрәкле документтар исемлеген бирергә кәрәк. Милли проекттың маҡсаты – бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына, бизнесҡа уның үҫешенең бөтә этаптарында ла, йәғни старт идеяһынан алып киңәйтеүгә һәм экспортҡа сығыуға тиклем ярҙам итеү. Милли проекттар Рәсәй Президенты ҡарары буйынса 2019 йылдан май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла. Фото: Башҡортостан республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.