“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡырмыҫҡалы ауылында оҙаҡламай дауахананың йоғошло ауырыуҙар корпусы урынында балалар поликлиникаһы асыласаҡ. Әле йоғошло ауырыуҙар корпусын диагностика бүлексәһе менән бергә үҙгәртеп ҡороу буйынса күләмле эш бара.Үҙгәртеп ҡорғандан һуң ул балалар поликлиникаһы булып хеҙмәт итәсәк. Сменаһына 150 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән учреждение райондың бөтә балаларына медицина ярҙамы күрһәтәсәк. Эске биҙәкләү эштәре тамамланған, әле ҡорамалдар менән йыһазландырыу мәшәҡәттәре бара. Шулай уҡ медицина эшмәкәрлегенә лицензия алыу өсөн документтар әҙерләнә. “Заманса медицина ҡорамалдарын урынлаштырыу менән балалар юғары сифатлы медицина ярҙамынан файҙалана аласаҡ. Бәләкәйҙәр өсөн инструменталь диагностика үткәреү ҙә мөмкин буласаҡ”, – тине Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Азамат Ғәлиев. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙ