“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡариҙел районының Дәүеш ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы бинала пациенттар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн яҡты һәм иркен бүлмәләр, процедура, дарыуҙар һаҡлау кабинеттары бар, һалҡын һәм эҫе һыу, электр уты үткәрелгән.Тәүге ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә ҡорамалдар алынған. Аҙ хәрәкәтләнгән кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырылған, инвалидтар өсөн пандустар ҡуйылған, персоналды саҡырыу төймәһе бар. Медицина пунктына тәжрибәле фельдшер Илүсә Исмәғилева етәкселек итә. –Хәҙер урындағы халыҡ яңы медицина учреждениеһында диспансерлаштырыу үтәсәк, дарыу препараттарына льготалы рецептар аласаҡ, шулай уҡ “больничный” ҡағыҙҙарын рәсмиләштерергә мөмкин буласаҡ, – тине Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының баш табибы Юнир Ғәлин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшырты