Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡалтасы уҡыусылары менән экологик әңгәмә үткәрҙеләр

18 мартта Бөтә донъя икенсел ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү көнөндә, "Экология” милли проекты маҡсаттарына ярашлы, Ҡалтасы ауылының моделле итапханаһында “Үҙ планетаңды бысратма" әңгәмәһе үтте. Осрашыу "Тәбиғәт дуҫтары" клубында шөғөлләнгән 1-се мәктәптең беренсе һәм икенсе класс уҡыусылары өсөн ойошторолдо. Китапханасы балаларға тәбиғәткә һаҡсыл ҡараштың эҙемтәләре, сүп-сар төрҙәре, ҡалдыҡтарҙы сортҡа бүлеү һәм эшкәртеү кәрәклеге тураһында һөйләне. Балалар алған белемдәрен практикала ҡуллана алһын өсөн "Сүп-сарҙы сорттарға бүлергә өйрәнәбеҙ" өҫтәл уйыны үткәрелде. Балалар рәхәтләнеп йомаҡтар систе, әкиәт викторинаһында ҡатнашты һәм "Оса, һикерә, йөҙә" уйынын уйнаны. Сүп-сар эшкәртеү тураһында әңгәмә балаларға таҙа планетаны һаҡлауҙа үҙ роле тураһында уйланырға һәм экологик мәҙәниәт кимәлен күтәрергә ярҙам итте. Улар тәбиғәт һәм киләсәк быуындар алдында үҙҙәренең яуаплылығын аңланы. "Мәҙәни илдә йәшәү өсөн бер ҡайҙа ла китергә кәрәкмәй. Тәртибеңде үҙгәртеү ҙә етә. Сүп-сарҙы сорттарға айырыу – аң

18 мартта Бөтә донъя икенсел ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү көнөндә, "Экология” милли проекты маҡсаттарына ярашлы, Ҡалтасы ауылының моделле итапханаһында “Үҙ планетаңды бысратма" әңгәмәһе үтте. Осрашыу "Тәбиғәт дуҫтары" клубында шөғөлләнгән 1-се мәктәптең беренсе һәм икенсе класс уҡыусылары өсөн ойошторолдо. Китапханасы балаларға тәбиғәткә һаҡсыл ҡараштың эҙемтәләре, сүп-сар төрҙәре, ҡалдыҡтарҙы сортҡа бүлеү һәм эшкәртеү кәрәклеге тураһында һөйләне. Балалар алған белемдәрен практикала ҡуллана алһын өсөн "Сүп-сарҙы сорттарға бүлергә өйрәнәбеҙ" өҫтәл уйыны үткәрелде. Балалар рәхәтләнеп йомаҡтар систе, әкиәт викторинаһында ҡатнашты һәм "Оса, һикерә, йөҙә" уйынын уйнаны. Сүп-сар эшкәртеү тураһында әңгәмә балаларға таҙа планетаны һаҡлауҙа үҙ роле тураһында уйланырға һәм экологик мәҙәниәт кимәлен күтәрергә ярҙам итте. Улар тәбиғәт һәм киләсәк быуындар алдында үҙҙәренең яуаплылығын аңланы. "Мәҙәни илдә йәшәү өсөн бер ҡайҙа ла китергә кәрәкмәй. Тәртибеңде үҙгәртеү ҙә етә. Сүп-сарҙы сорттарға айырыу – аңлы рәүештә ҡулланыуҙың һәм тирә-яҡ мөхит тураһында хәстәрлек күреүҙең төп элементтарының береһе. Китапханалар, көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү, ресурстарҙы икенсел файҙаланыу мөһимлеге тураһында һөйләп, халыҡтың экологик белеме менән әүҙем шөғөлләнеүен дауам итә”, – тип билдәләне китапхана хеҙмәткәрҙәре. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ҡалтасы районы хакимиәте.