Найти тему
Башҡортостан гәзите

Артистарға ҡытлыҡ юҡ

Бишбүләк районының Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында “Өмөт” татар халыҡ театры оҙаҡ йылдар уңышлы эшләп килә. Ул 1992 йылда ойошторолһа, 2002 йылда халыҡ театры исеменә лайыҡ була һәм бөгөн дә ошо исемде яҡлап йәшәп килә. Театр коллективы йылдар дауамында үҙгәрә. Йәштәр уҡырға китә, яңылары килә. “Ләкин бер тапҡыр театр сәхнәһенә баҫҡан ауылдаштар театрҙың серле донъяһы менән хушлашырға ашыҡмай,“ - ти коллективтың етәксеһе Әлфиә Ғабдулла ҡыҙы Инсапова. Мәктәп балаларының үҙҙәренең театр түңәрәге бар. Улар үҫкәс тә спектаклдәрҙә ҡатнашыуын дауам итә. Артистар менән һөнәри оҫталар эшләүе лә спектаклдәрҙең уңышына юл аса. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжын тамамлаған профессиональ режиссерҙар Лилиә Яхина менән Миңзилә Хәкимова оҙаҡ йылдар етәкселек иткән. "Сәхнә әҫәрен, актерҙарҙы һайлағанда ла, геройҙарҙың образын асыуға ла улар һәр ваҡыт етди ҡараны. Улар етәкселегендә байтаҡ спектакдәр тамашасылар иғтибарына сығарылды",- ти ауылдаштар. -Һәүәҫкәр артистарға ҡытлыҡ юҡ. Ҡайһы бер артистар хатта ғаиләләре менән ҡатнаша. Ауыл халҡы ла спектаклдәрҙе яратып көтөп ала, рәхмәттәр әйтә. Сит ауылдыҡылар ҙа беҙҙең артистарҙы оҡшатып тағы ла саҡырып ҡалалар, - ти Әлфиә Ғабдулла ҡыҙы. Райондағы был берҙән-бер халыҡ театрының киләсәге лә уңышлы булһын. фото: Әлфиә Инсапова архивынан.