Учалы районындағы хозур тәбиғәтле Ҡалҡан ауылын күптәр ишеткәне-күргәне бар. Туристар араһында иң тәүҙә ул ошондай уҡ исемле күле менән билдәле. Олуғ Ирәмәл юлында ятҡан, ҙур булмаған ауылда шәхси хужалыҡ ярҙамында һәүетемсә донъя көткән кешеләр йәшәй. Ҡасандыр бында тулы булмаған урта мәктәп булған, ауыл клубы эшләгән. Колхоз осоронда гөрләп торған ферманы ла хәтерләйҙәр. Хәҙер иһә ауылда күбеһенсә оло йәштәгеләр ҡалған, күптәр ситтә эшләй йәки эргәләге Учалы ҡалаһында төпләнергә тырыша. Беҙ Ҡалҡанға Сафиуллиндарға килдек. Ҡалҡыуыраҡ урында төҙөлгән ныҡлы бүрәнә йорт. Был яҡтарға хас булғанса, ҡыйыҡлы бейек ҡапҡа, еренә еткереп эшләнгән ҡаралты-ҡура: барыһы ла бында егәрле, оҫта ҡуллы тырыш кешеләр йәшәгәненә ишаралай. Өйҙөң ишеген асып инеү менән ҡаршы стеналағы ҙур тәҙрәләр, ә улар аша мәғрур Ирәмәл күҙгә ташлана. – Хәйерле көн! Һәр иртәлә Ирәмәлде сәләмләп сәй эсәһегеҙ икән, – тип һүҙ ҡушам хужаларға. – Эйе, тап шулай! Ямғыр йә томан булып, күренмәй торһа, күңелгә бер аҙ ҡыйын хатта: ошо күренешкә күнегелгән икән. Ирәмәлгә ҡарап, һауа торошо ниндәй булырын алдан төҫмөрләйбеҙ, – тип алсаҡ хужалар һүҙҙе йөпләй. Был йорттан йылылыҡ һәм нур бөркөлгәндәй. Зилә һәм Мансур Сафиуллиндар өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Бөгөн уларҙың ике улы - Илмир һәм Зиннур - махсус хәрби операция биләмәһендә, ҡыҙҙарының ире, кейәүҙәре Радмир ҙа шул тарафта ил алдындағы бурысын үтәй. Яу яланындағы улдарының яҙмышы тураһында һөйләшеп ултырғандан һуң, үҙебеҙ ҙә һиҙмәй, хужаларҙың йәшлек хәтирәләренә төшөп китәбеҙ. Йор һүҙле, ихлас әңгәмәсе Мансур ағай менән йомшаҡ телле, ипле булмышлы Зилә апай бер-береһен тулаландырып торған кеүек. Ғәжәпләндергән ғәмәл үтә ябай, әммә һирәктәрҙән-һирәктәргә эләккән бәхет: ошо йәшкә етеп, балалар үҫтереп, ауыр һынауҙар үтеп тә, Зилә ханым һәм Мансур ағай тормоштарындағы төп хәҡиҡәткә тоғро ҡалған – ул да булһа, мөхәббәт. Мансур ағай – Сораман ауылынан, Зилә апай Ҡалҡанда тыуып үҫкән. Бергә 42 йыл йәшәйҙәр, йәш кенә килеш өйләнешкәндәр. – Учалы ҡалаһындағы һөнәрселек училищеһында өс йыл бер парта артында ултырып уҡыныҡ. Тәүге күргәндән үк бер-беребеҙгә ғашиҡ булдыҡ. Шул ваҡыттан алып айырылғаныбыҙ юҡ. Яҙмыш һынауҙарын күп үтергә тура килде, бирешмәнек. Тәүҙә Яңы Байрамғол ауылында төпләндек. Унда 1983 йылда өлкән улыбыҙ Илмир һәм 1986 йылда ҡыҙыбыҙ Эльвира донъяға килде. 1991 йылда Ҡалҡан ауылына күсеп килдек, бәләкәй улыбыҙ Зиннур 1995 йылда бында тыуҙы. Беҙ күсеп килгәндә “Совет” колхозы бар ине, малсылыҡта эш башланыҡ. Мин көтөүсе булдым, ә Зилә һыйыр һауҙы. Шулай, йәй көнө көтөү көттөк, ҡышын фермала эшләнек. Был яҡта Яйыҡ буйындағы туғайҙар иркен, Урал тауҙары ҡосағында көн оҙоно йөрөһәң, күңел үҙенән-үҙе хис-тойғоға тула... ...Еңел йәшәмәнек, әлбиттә. Колхоз бөткәс, ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙарҙа ла эшләп ҡараныҡ, әммә был тәжрибә уңышлы булманы. Унан уйлаштыҡ та, фәҡәт үҙебеҙҙең көс менән ғаилә өсөн донъя көтөргә ҡарар иттек. Һуңғы йылдарҙа күпләп мал аҫрайбыҙ, балалар бәләкәй саҡта был шөғөл беҙгә бик ярҙам итте, – ти Сафиуллиндар. Балалар Ҡалҡан мәктәбендә уҡыған. Илмир Учалыла һөнәрселек училищеһында иретеп йәбештереүсе һөнәрен алған, 18 йәшендә армия сафына юлланған. Псков өлкәһендә сикте һаҡлаусы булып хеҙмәт иткән. Зиннур баш ҡала колледждарының береһендә белем алған, ул да ағаһы һымаҡ иретеп йәбештереүсе. Әстрхан өлкәһендә ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Илмир ҙа, Зиннур ҙа бер ваҡытта ла атаһы менән әсәһе йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәгән: ваҡытында ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, эшләп, матур итеп донъя көткәндәр. ...2022 йылда, мобилизация башланғас, тәүге повестка Өфөлә төпләнгән Илмирға килгән. – Уны кейәү, Зиннур улым менән күмәкләп оҙатырға барҙыҡ. Хәйерле юл теләп, изге һүҙҙәребеҙҙе еткереп, ҡайтырға сыҡтыҡ. Архангелгә барып ҡына еткәйнек, Зиннурҙың телефонына: “Бөгөн 14 сәғәткә военкоматҡа килеп етергә” тигән смс-хәбәр килде. Шулай итеп, оҙаҡ та тормай, кесе улыбыҙ ҙа махсус хәрби операцияға юлланды, – ти Мансур ағай. Ошо ваҡыт эсендә егеттәр бер нисә тапҡыр тыуған яғына ялға ҡайтып әйләнгән. Икеһенең дә хәрби хеҙмәте өсөн лайыҡлы наградалары бар. Әлбиттә, атай менән әсәйҙең төп теләге – улдарының һәм кейәүенең тыуған яҡҡа имен әйләнеп ҡайтыуы. – Илдә махсус хәрби операция башланғас, тәүҙә ул беҙгә туранан-тура ҡағылыр тип уйламаныҡ та. Улдарыбыҙ бер-бер артлы унда юлланғас, күп тормош ҡиммәттәрен ҡабаттан баһаланыҡ. Беҙ ауылда һәүетемсә донъя көткән, шөкөр тип йәшәй белгән, фәҡәт үҙ тырышлығыбыҙ менән йәшәгән ябай ауыл кешеләре. Улдарыбыҙҙың тормошта үҙ юлын табып, беҙҙе ейән-ейәнсәрҙәр менән ҡыуандырып, үҙаллы оя ҡороуы ҙур бәхет булһа, хәҙер иһә уларҙың тыуған ергә имен-аман ҡайтыуы – төп шарт. Улар ситкә сығып киткәндән һуң уйланмаған уй, көймәгән көйөк ҡалмағандыр. Элек йәшәйештең ниндәйҙер етешмәгән яғына борсолһаҡ, хәҙер уларҙың ҡәҙимге ваҡ-төйәк икәнлеген тоябыҙ. Именлек һәм һаулыҡ – иң ҙур бәхет. Донъя малын, аҡсаны һәр саҡ табырға була, – ти Зилә ханым. Мансур ағай ҙа, Зилә апай ҙа иҫ киткес ихласлығы, ябайлығы, кешелеклелеге менән хайран итте. Әйтеүемсә, иң һоҡландырғаны – уларҙы ҡырҡ йылдан ашыу бергә йәшәп тә, һаман да донъя тотҡаһы булған төп ғәмәлдең – мөхәббәттең көсөнә инанып йәшәүҙәре булғандыр. Күңелдәрендә ғәзиз балалары өсөн ни тиклем тәрән кисерештәр ятмаһын, уларҙың бер-береһенә яратып өндәшеүҙәре, урынлы ғына итеп шаяртып алыуҙары, йәш саҡтарын иҫләгәндә, хас та йәш егет һәм ҡыҙ һымаҡ, оялышып китеүҙәре, йылы хәтирәләрҙән йөрәктәре иреп, ихлас көлөп ебәреүҙәре лә шул тиклем матур, күңелгә ятышлы... – Баланы яу яланынан көтөү ни тиклем ауыр икәнлеген үҙ башына төшкәндәр генә аңлайҙыр, – ти Зилә ханым. – Төндәр ут йотоп үтһә, көндөҙ донъя мәшәҡәттәренә албырғайһың. Әлдә эргәбеҙҙә ейән-ейәнсәрҙәребеҙ бар. Илмирҙың ғаиләһе баш ҡаланан һирәгерәк ҡунаҡҡа ҡайтһа, Зиннурҙың ҡатыны Анжелика, ул хәрби операцияға юлланғас, ике бәләкәс бала менән ҡайны-ҡәйнәһе янына күсеп ҡайтҡан. “Уларға ла еңелерәк, беҙгә лә күңеллерәк”, – ти олатай менән өләсәй. Бына шулай, бер-береһенә терәк булып йәшәй Сафиуллиндар. Әсә теләгенән көслөрәк доға бармы икән? Бирешмәҫкә, ауыр уйҙарҙан арынырға тырышһам да, йөрәк һыҙлай; бигерәк тә оҙағыраҡ сәләм ебәрмәй торһалар, үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәйем, ти Зилә ханым. Уның кисерештәре ил буйынса меңдәрсә әсәйҙәрҙең хис-тойғоларын сағылдыра һымаҡ... ...Улдарын йыраҡ һәм хәүефле юлға оҙатып күп тә үтмәгән, кейәүҙәрен дә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә алғандар. Әлеге ваҡытта Сафиуллиндарҙың ҡыҙы Эльвира өс бала менән бер үҙе донъя көтә, бәләкәсенә бер йәш тә тулмаған әле. – Бына шулай, ғаиләбеҙҙең өс терәге бер юлы яуға юлланды. Ни хәл итмәк, Хоҙай Тәғәлә күтәрә торған һынау биргәндер – сабыр ғына көтөргә ҡала. Иң мөһиме – имен-һау осрашырға яҙһын. Улдарыбыҙ иһә, “беҙҙең унда хеҙмәттәштәребеҙ, яуҙаштарыбыҙ, ил алдындағы бурысты үтәмәйенсә ҡайтмайбыҙ”, тиҙәр – тип билдәләй атай менән әсәй. "Ялға ҡайтып киткәндә улдарығыҙҙа үҙгәреш һиҙҙегеҙме" тигән һорауға, Сафиуллиндар бер тауыштан “эйе” тип яуаплай. Тыныс тормош менән яу яланы бер түгел: унда ҡаһарманлыҡ менән бер рәттән, етеҙлек, һиҙгерлек һәм берҙәмлек кәрәк. – Улдарыбыҙ олпатланған, уйсанланған. Ғаиләләре өсөн бығаса ла яуаплылыҡ тойһалар, хәҙер яҡындарының ҡәҙерен икеләтә нығыраҡ баһалайҙар кеүек. Иң мөһиме, тиҙерәк имен-һау осрашырға яҙһын, - ти бер тауыштан Сафиуллиндар. Беҙ ҙә уларҙың теләктәренә ҡушылабыҙ һәм иң изге теләктәрҙә ҡалабыҙ! Һеҙҙе тыуған Башҡортостан, ғаиләләрегеҙ өҙөлөп көтә, еңеү менән ҡайтығыҙ! Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА. Фото авторҙыҡы.
"Ике улыбыҙҙы ла, кейәүебеҙҙе лә еңеү менән көтәбеҙ!"
18 марта 202418 мар 2024
6 мин
Учалы районындағы хозур тәбиғәтле Ҡалҡан ауылын күптәр ишеткәне-күргәне бар. Туристар араһында иң тәүҙә ул ошондай уҡ исемле күле менән билдәле. Олуғ Ирәмәл юлында ятҡан, ҙур булмаған ауылда шәхси хужалыҡ ярҙамында һәүетемсә донъя көткән кешеләр йәшәй. Ҡасандыр бында тулы булмаған урта мәктәп булған, ауыл клубы эшләгән. Колхоз осоронда гөрләп торған ферманы ла хәтерләйҙәр. Хәҙер иһә ауылда күбеһенсә оло йәштәгеләр ҡалған, күптәр ситтә эшләй йәки эргәләге Учалы ҡалаһында төпләнергә тырыша. Беҙ Ҡалҡанға Сафиуллиндарға килдек. Ҡалҡыуыраҡ урында төҙөлгән ныҡлы бүрәнә йорт. Был яҡтарға хас булғанса, ҡыйыҡлы бейек ҡапҡа, еренә еткереп эшләнгән ҡаралты-ҡура: барыһы ла бында егәрле, оҫта ҡуллы тырыш кешеләр йәшәгәненә ишаралай. Өйҙөң ишеген асып инеү менән ҡаршы стеналағы ҙур тәҙрәләр, ә улар аша мәғрур Ирәмәл күҙгә ташлана. – Хәйерле көн! Һәр иртәлә Ирәмәлде сәләмләп сәй эсәһегеҙ икән, – тип һүҙ ҡушам хужаларға. – Эйе, тап шулай! Ямғыр йә томан булып, күренмәй торһа, күңелгә бер аҙ ҡыйын