18 мартта аҙна һайын уҙғарылған оператив кәңәшмәлә “Благовещен күпер тимер-бетон конструкциялар заводы”ның 2023 йылдағы эш йомғаҡтары тикшерелде. Предприятиеның генераль директоры Дмитрий Исаев хәбәр итеүенсә, завод “Благовещен” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты булып тора һәм күперҙәр төҙөү, юл төҙөлөшө, инфраструктураны үҫтереү өсөн йыйылма тимер-бетон конструкциялар етештереү менән шөғөлләнә. Етештереү урыны булдырыу буйынса инвестиция проекты 2020 йылда тормошҡа ашырылды һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә завод күпер балкалары, свайҙар һәм тауар бетоны сығарыуға тотондо. “Благовещен МЖБК заводы” продукция һатҡан эре объекттар иҫәбендә – Благовещенда OZON логистика комплексы, Зинин ҡасабаһы районында Өфөнө көньяҡтан урап үткән тимер юлдар аша юл күперҙәре, Өфөлә Рыленко һәм Пугачев урамдары сатында, М-12 “Көнсығыш” трассаһы, шулай уҡ тораҡ пункттарҙы урап үткән юлдар. Географик яҡтан уңайлы булғанлыҡтан, предприятие продукцияһы Түбәнге Новгородҡа, Һамарға, Пермгә, Казанға, Ырымбур