Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы майҙансығында Башҡортостан Республикаһының финанс тикшеренеүҙәре үҙәге ойошторған Башҡортостан биләмәһендә партнерлыҡ финанслауы буйынса экспериментты тормошҡа ашырыу буйынса Координация советы ағзалары өсөн семинар үтте. Сарала 14 республика министрлығы һәм комитеты вәкилдәре ҡатнашты. - Бындай уҡыу саралары республикала партнерлыҡ финанслауын үҫтереү бйынса саралар планы сиктәрендә планлаштырылған. Бөгөн баҙарҙа партнерлыҡ финанслау принциптарына нигеҙләнгән финанс продукттары тәҡдим ителгән дә инде. Һүҙ дебет карталары, процентһыҙ иҫәп-хисап, ипотека, лизинг, тауар һатып алыуға кисектереү һәм башҡа ғәмәлдәр хаҡында бара. Был продукттарҙың һәм хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлек моделен аңлау өсөн эксперттар йыл дауамында аңлатыу эшен дауам итәсәк, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы финанс министры Лира Иғтисамова. – Семинарҙың бурысы - Ис