18 мартта “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республика Башлығы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе етәксеһе Радий Хәбиров Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына 10 йыл тулыуға арналған “Ҡырым яҙы” байрам концертында ҡатнашты. Башҡортостан Башлығы сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм ошо көндә 2014 йылды Ҡырымда һәм Севастополдә бөтә халыҡ референдумы үткәрелгәндән һуң Рәсәйгә уның тарихи биләмәләре рәсми рәүештә кире ҡайтарылыуын билдәләне. – 10 йыл элек булған ваҡиғаларҙы бик яҡшы хәтерләйем, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Был ваҡиғаларҙы юҡҡа ғына “Ҡырым яҙы” тип атамайҙар. Мәсьәлә март айында нимә булыуында түгел, ә был ваҡытта рәсәйҙәр һәм ҡырымлылар күңелендә ысын яҙ булыуында. Беҙ, ысынлап та, берләшкәнбеҙ. Көрәш менән йонсоған Ҡырым халҡы, Севастополь халҡы, Илебеҙ Президенты әйтеүенсә, “тыуған гавангә” ҡайтырға ҡарар итә. Башҡортостан Башлығы һуңғы йылдарҙа, шул иҫәптән төҙөлөш һәм туризм өлкәләрендә Ҡырымдың йылдам үҫешен билдәләне. – Ҡырымға командировка ваҡытында төбәктең