Найти в Дзене

Маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү зарур

Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендәге Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында территорияларҙы комплекслы үҫтереү механизмын тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙеләр. РФ Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында төҙөлгән меморандумға ярашлы, 2030 йылға тиклем 7,5 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ күләмендә, шул иҫәптән территорияларҙы комплекслы үҫтереү сиктәрендә 5,6 миллион квадрат метр торлаҡ күләмендә ҡала төҙөлөшө потенциалын тәьмин итеү буйынса йөкләмәләр ҡабул ителде, тип билдәләне Премьер-министр. – Бөгөн республика биләмәһендә 1,6 миллион квадрат метрҙан ашыу ҡала төҙөлөшө потенциалы булған биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү тураһында 11 килешеү төҙөлгән, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров. БР Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов Башҡортостан Республикаһы биләмәләрен комплекслы үҫтереү механизмын ғәмәлгә ашырыу барышы тураһында тулыраҡ һөйләне. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса республиканың ҡала төҙөлөшө потен

Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендәге Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында территорияларҙы комплекслы үҫтереү механизмын тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙеләр. РФ Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән Башҡортостан Хөкүмәте араһында төҙөлгән меморандумға ярашлы, 2030 йылға тиклем 7,5 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ күләмендә, шул иҫәптән территорияларҙы комплекслы үҫтереү сиктәрендә 5,6 миллион квадрат метр торлаҡ күләмендә ҡала төҙөлөшө потенциалын тәьмин итеү буйынса йөкләмәләр ҡабул ителде, тип билдәләне Премьер-министр. – Бөгөн республика биләмәһендә 1,6 миллион квадрат метрҙан ашыу ҡала төҙөлөшө потенциалы булған биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү тураһында 11 килешеү төҙөлгән, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров. БР Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов Башҡортостан Республикаһы биләмәләрен комплекслы үҫтереү механизмын ғәмәлгә ашырыу барышы тураһында тулыраҡ һөйләне. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса республиканың ҡала төҙөлөшө потенциалы 5,7 миллион квадрат метр тәшкил иткән, шуның 1,2 миллионы - территорияларҙы комплекслы үҫтереү механизмы сиктәрендә. 2023 йыл йомғаҡтары буйынса бөтәһе 9 территорияларҙы комплекслы үҫтереү механизмы килешеүе төҙөлгән. 2024 йылға билдәләнгән план күрһәткестәре буйынса Өфөлә һәм Нефтекамала 225 мең квадрат метрға килешеүҙәр төҙөлгән, шулай уҡ Өфөлә 112,6 мең квадрат метр ҡала төҙөлөшө потенциалы менән ике майҙансыҡ буйынса сауҙа иғлан ителгән. - Республикала территорияларҙы комплекслы үҫтереү механизмы буйынса торлаҡ төҙөлөшө килешеүе Өфөлә 2023 йылдың ғинуарында төҙөлгән. Әлеге ваҡытта биләмәне планлаштырыу буйынса документация раҫланған, уның потенциалы 39,6 мең квадрат метр тәшкил итә, – тип өҫтәне спикер. Кәңәшмә аҙағында Премьер-министр БР Төҙөлөш министрлығына меморандумда 2024 йылға билдәләнгән маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеүҙе тәьмин итергә ҡушты. Фото: pravitelstvorb.ru