Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә коммуналь инфраструктураның торошо тураһында һөйләшеү булды. Доклад менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова сығыш яһаны. Уның белдереүенсә, 2024 йылда Башҡортостан коммуналь инфраструктураны яңыртыуға 10 миллиард һумдан ашыу федераль аҡса йәлеп иткән. Дөйөм алғанда, Башҡортостандың коммуналь комплексында 1,5 меңдән ашыу ҡаҙанлыҡ, 4 мең километр йылылыҡ тәьминәте селтәре, 517 үҙәк йылылыҡ пункты, 420 һыу алыу ҡоролмаһы, 16 мең километр һыу тәьминәте селтәре, 77 таҙартыу ҡоролмаһы һәм 4 мең километр самаһы канализация селтәре бар. Башҡортостанда был инфраструктураның туҙыуы 54 процент тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта ил буйынса уртаса күрһәткес 60 процент. Министр әйтеүенсә, республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын һәм инженер селтәрҙәрен яңыртыу өсөн федераль аҡса йәлеп итеүҙә әүҙем эшләй. Милли именлек фонды аҡсаһы иҫәбенә былтыр һигеҙ проект тормошҡа ашырылған. Уларға Ҡалтасы, Архангел һәм Күгәрсен райондарында объекттарҙы фати