Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендәге Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса эш һөҙөмтәләре ҡаралды. - Башҡортостанда федераль әһәмиәткә эйә булған 1260 мәҙәни мираҫ объекты иҫәпләнә, шуларҙың 16-һы – ҡала төҙөлөшө һәм архитектура ҡомартҡылары, 1244-е-археологик мираҫ объекттары. Дөйөм алғанда, республикала 6 меңгә яҡын объект тарихи-мәҙәни, мемориаль, архитектура һәм археологик ҡиммәткә эйә. Шул уҡ ваҡытта ваҡыт үтеү менән күсемһеҙ мираҫ объекттары һаны йылдам арта, – тине Министрҙар Кабинеты башлығы. Федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм дәүләт һаҡлауы буйынса эш тураһында Башҡортостан Республикаһында Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы начальнигы Салауат Ҡолбахтин хәбәр итте. - Ойошма эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше булып биләмә сиктәрен һәм федераль объекттарҙы һаҡлау предметын билдәләү тора. Федераль әһәмиәттәге 1260 мәҙәни мираҫ объектынан 334 объект биләмә сиге һәм һаҡлау ғәмәлдәре менән тәьмин ителгән, - тип билдәләне ведомство етәксеһе. Ул шулай уҡ, йыл һайын һәйкәлдәрҙең торошон тикшереү һәм фотофиксациялау һәм техник торошо акттарын төҙөү күләмле саралар булып тора, тип билдәләне. Йыл һайын федераль әһәмиәттәге 268 мәҙәни мираҫ объекты ҡарала, был статустағы ҡомартҡыларҙың дөйөм һанынан 21,3 процентын тәшкил итә. Салауат Ҡолбахтин билдәләүенсә, 2024 йылда федераль әһәмиәттәге «Салауат Юлаев һәйкәле» мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау буйынса эштәр үткәреү планлаштырыла. Һәйкәл үҙе лә, ҡурған да (төп нигеҙ) реставрацияланасаҡ. Андрей Назаров, тарихи объекттарға ҡарата милекселәр, объекттарҙы файҙаланыусылар тарафынан алып барылған бөтә эштәр законлы булырға, ҡануниәт талаптарын теүәл үтәп башҡарылырға тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Премьер-министр Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡҡа федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекттары биләмәләре сиктәрен раҫлау процесын тиҙләтергә ҡушты. Фото: pravitelstvorb.ru