2023 йылда Башҡортостан иҡтисадына инвестициялар күләме 620 миллиард һумдан ашҡан. Был хаҡта бөгөн аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. 2022 йыл менән сағыштырғанда төп капиталға аҡса һалыу 7,6 процентҡа артҡан. Башҡортостан инвестициялар күләме буйынса Волга буйы федераль округында – өсөнсө, илдә 16-сы урынды биләй. Һуңғы биш йылда республика иҡтисадына инвестициялар 1,5 тапҡырға артты, был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән ике тапҡырға юғары, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. Ә биш йыл эсендә дөйөм капитал һалыу күләме 2,3 триллион һумға еткән. – Инвестициялар йәлеп итеү буйынса беҙҙең күп яҡлы тырышлығыбыҙ ошондай яҡшы һөҙөмтә бирә, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Был дөйөм команда эше. Иң мөһиме, санкция баҫымына ҡарамаҫтан, беҙ төбәктә инвесторҙарҙы йәлеп итерлек уңайлы иҡтисади климат булдырҙыҡ. Шул уҡ ваҡытта киләсәктә бындай динамиканы һаҡлап ҡалыу ҡатмарлыраҡ буласағын асыҡ аңларға кәрәк. Шуға күрә быйылғы йылды яҡшыраҡ тамамлау өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырға кәрәк. Бының өсөн мөмкинлектәр бар. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.