Ҡайһы бер сирҙәр оҙаҡ ҡына һиҙҙермәйенсә аҙыуын дауам итә. Был хәл дауалауҙы һуң башларға мәжбүр итә, өҙлөгөүҙәргә, хатта үлемгә килтереүе ихтимал. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш нефрологы Альбина Илфат ҡыҙы Әйүпова бөйөр сирҙәрен нисек асыҡлау, сирҙең ни өсөн хәүефле булыуы тураһында һөйләне. – Нимә ул хроник бөйөр сире? Был хаҡта йыш ишетәбеҙ, ул күпме ваҡыт дауам итә? – “Хроник” тип аталыуы уның бик оҙайлы, һуҙыңҡы, дауамлы булыуына ишара. Ә хроник бөйөр сире – ул бер генә түгел, тотош сирҙәр комплексы бит. Фәнни тел менән әйткәндә, төшөнсә төрлө факторҙар арҡаһында бөйөр функцияларының түбәнәйеүен аңлата. Уларҙың араһында пиелонефрит, гломерулонефрит, диабетик нефропатия һәм башҡа сирҙәр булыуы ихтимал. Иң тәүҙә хроник бөйөр сиренә килтергән сәбәпте асыҡларға кәрәк. Ябай һүҙҙәр менән әйткәндә, хроник бөйөр ауырыуы – сәбәбе ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, өс айҙан да оҙағыраҡ дауам итеүсе бөйөр сире ул. – Ниндәй билдәләргә ҡарап, сирҙе асыҡларға мөмкин? – Ҡан бөйөр ярҙамында ниндәй тиҙлек менән таҙартыла (клубочковая фильтрация), бөйөр аша минутына нисә миллилитр ҡан үтә – ошо тиҙлекте асыҡлау мөһим. Был күрһәткес өсөн минутына 90-120 миллилитр ҡан таҙартыу норма иҫәпләнә. Әгәр ул минутына 60 миллилитрҙан кәмеһә, бөйөр функцияһының түбәнәйеүе тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Хатта 70-80 миллилитрлыҡ күрһәткес тә бөйөр функцияһының нормала булыуын аңлата. Күрһәткестең бер тапҡыр ғына түбәнәйеүен асыҡлау менән диагноз ҡуйыу иртә, әгәр ҡан таҙартыу тиҙлеге өс ай һәм унан да күберәк ваҡыт дауамында кәмегән булһа, хроник бөйөр сире диагнозын ҡуйырға мөмкин. Шуға күрә нефролог пациенттың үткән йылдағы күрһәткестәре менән дә ҡыҙыҡһына, үҙгәрештәр булыу-булмауын белешә. Ә бына сирҙең тышҡы билдәләре, ҡағиҙә булараҡ, күҙәтелмәй, шуға күрә пациенттар үҙҙәренең хәлен оҙаҡ белмәй йөрөй. – Сир хәүефлеме? – Рәсәй буйынса хроник бөйөр сире ярайһы таралған – 14 процент. Донъяла һәр унынсы кеше хроник бөйөр сире билдәләренә эйә. Был хаҡта кеше бөтөнләй белмәй йәиһә белеп тә дауаланмай. Хәүеф факторҙары араһынан тәү сиратта ошо сирҙәрҙе атар инем: пиелонефрит, бәүел ташы, аутоиммун сирҙәре (волчанка, системалы склеродермия, поликистоз) һәм башҡалар. Был сирҙәрҙең бөйөр функциялары кәмеүенә йәки зарарланыуына килтереүе мөмкин. Шулай уҡ хроник сирҙәрҙең, мәҫәлән, гипертонияның йыш ҡына хроник бөйөр сиренә юлыҡтырыуы билдәле. Шуға күрә ҡан баҫымын даими контролләү мөһим. Препараттарҙы урыҡ-һурыҡ, иҫкә төшкәндә генә эсеү файҙа бирмәй, терапия даими, дөрөҫ тәғәйенләнергә тейеш. Ошо уҡ хәүеф төркөмөнә шәкәр диабетын һәм һимереүҙе индерергә мөмкин. Олоғайыу менән бөйөр фукцияһы түбәнәйә, башҡа сирҙәрҙең уға йоғонто яһауы ихтимал. Башҡортостанға геморрагик биҙгәктең (“сысҡан биҙгәге”) хас булыуы билдәле. Был сир һәр саҡ бөйөргә зыян килтерә, һөҙөмтәлә 10-20 йылдан һуң уның функцияһы кәмеүе күҙәтелә. Аҙ ауырлыҡта тыуған сабыйҙарҙы ла хәүеф төркөмөнә индерергә мөмкин. Был бигерәк тә етлекмәй тыуған балаларға ҡағыла. Тыумыштан берҙән-бер бөйөр менән донъяға килгән кешеләр ҙә бар. Был осраҡта бер бөйөр ике ағзаның функцияһын үтәй. Йәшәү рәүешебеҙ ҙә һаулыҡҡа йоғонто яһай. Мәҫәлән, республикабыҙҙа аҡһымлы аҙыҡ күп ҡулланыла, йыш ит ашайбыҙ. Өҫтәлдә ит аҙыҡтары күренмәһә, ир-аттың табын артына ултырмауы ла ихтимал. Беҙҙәге туҡланыу культураһы бына шулай. Аҡһымды мул ҡулланыу беҙҙең бөйөрҙәргә зыян килтерә. Шул иҫәптән тәмәке тартыу ҙа сир үҫешен тиҙләтә. – Ниндәй медицина күрһәткестәренә ҡарап, бөйөрҙәребеҙҙең нисек эшләүен белеп була? – Улар күп түгел, әммә ҙур мәғлүмәтле. Бәүелдең дөйөм анализын тапшырмайынса, нефрологҡа күренеүҙең файҙаһы юҡ. Табип һәр саҡ альбуминурия һәм протеинурия булыуына иғтибар итә. Был күрһәткестәр бәүелдә аҡһым булыуын асыҡлай һәм бөйөрҙәр зарарланыуы маркерҙары булып тора. Ҡандың биохимик анализы мочевина, креатинин, бәүел кислотаһы барлығын асыҡлай. Табип шулай уҡ калий, фосфор, натрий, кальций булыуына иғтибар бирә. Бөйөр сирләгәндә, улар күтәрелә йәиһә түбәнәйә. Был хәл ваҡытында дауалауҙы талап итә. – Әгәр дауаланмаһаң, сирҙең ниндәй эҙемтәләргә килтереүе мөмкин? – Хроник бөйөр сире биш стадиянан тора. Тәүге икеһендә – бөйөрҙәрҙең функцияһы нормала. Өсөнсөһөнән башлап, бөйөр функциялары кәмей бара. Бишенсеһендә бөйөрҙәр үҙ функцияларын үтәүҙән туҡтай. Юғалтылған функцияны айырым процедуралар алмаштыра. Быға гемодиализ, перитонеаль диализ һәм бөйөр трансплантацияһын индерергә мөмкин. Дауалауҙы ваҡытында башламағанда терминаль стадияға юлығыу ихтималлығы көслө. Бында шуны аңларға кәрәк, бөйөрҙәрҙе алмаштырып дауалау терапияһы – был ғүмерлеккә тигән һүҙ. Кеше гемодиализдан тыш йәшәй алмай, шуға күрә пациенттар аҙнаһына бер нисә тапҡыр диализ үҙәктәренә барырға мәжбүр. Был уларҙың тормош сифатына ҙур йоғонто яһай. Тормоштан йәм табып йәшәү өсөн сәләмәтлегеңде даими күҙәтергә, тикшереү үтергә кәрәк һәм сирҙең аҙыуына юл ҡуйырға ярамай. Шуныһын иҫтә тотоғоҙ, хроник бөйөр сире диагнозы ҡуйылғанда инсульт һәм инфаркттар хәүефе өс-дүрт тапҡырға арта. Донъя статистикаһынан күренеүенсә, сирҙең өсөнсө стадияһындағы пациенттар күпселекте тәшкил итә. Әммә дүртенсе һәм бишенсе стадияға ауырыуҙарҙың ундан бер өлөшө генә барып етә, сөнки пациенттарҙың күпселеге өҙлөгөүҙәрҙән һәләк була. – Бөйөр сирен иҫкәртеү өсөн нисек туҡланырға? – Бөйөр өсөн үтә файҙалы аҙыҡ бар, шуны ашағыҙ, тип әйтә алмайым, әммә туҡланыуҙа ҡайһы бер принциптарҙы үтәргә кәрәк. Аҡһым күп тупланған аҙыҡтарҙы самалап ашағыҙ, тоҙ ҡулланыуҙы сикләгеҙ. Тейешле кимәлдә, күпме теләйһегеҙ, шунса һыу эсегеҙ. Йыш ҡына көнөнә ике-өс литр һыу эсеү кәрәклеге тураһында яҙалар, тик был иҫбатланмаған мәғлүмәт. Шәкәр тураһында айырым әйтке килә. Диабет сиренә дусар кешеләр хәүеф төркөмөндә, сөнки был ауырыу диабет нефропатияһына, хроник бөйөр сиренә килтерә. Гемодиализға мохтажлыҡ кисергән диабет сирле пациенттар һаны артыуын дауам итә. – Һалҡын ерҙә ултырыу һөҙөмтәһендә бөйөрҙәргә зыян килтереү осраҡтары буламы? Медицина күҙлегенән бындай раҫлауҙар нигеҙләнгәнме? – Был осраҡта бөйөрҙәрҙең һыуыҡ алдырыу хәүефе хаҡында ғына түгел, бәүел сығарыу юлдары инфекциялары барлыҡҡа килеүе, һөҙөмтәлә уларҙың бөйөрҙәрҙе зарарлауы тураһында ла әйтергә кәрәк. Инфекциялар тыуҙырыусы бактериялар һәр кешенең организмында бар, улар нормала булғанда, кеше сирләмәй. Балалар һалҡын ерҙә ултырғанда уларҙың организмын төрлө инфекцияларҙан һаҡлаусы механизмдар тәьҫирлелеген юғалта, инфекция бәүел сығарыу юлдарына эләгә. Тәүҙә цистит барлыҡҡа килә, дауаламағанда пиолонефритҡа әүерелеүе һәм башҡа бөйөр сирҙәре баш күтәреүе мөмкин. Фото: шәхси архивтан. . . .
Ҡайһы бер сирҙәр оҙаҡ ҡына һиҙҙермәйенсә аҙыуын дауам итә. Был хәл дауалауҙы һуң башларға мәжбүр итә, өҙлөгөүҙәргә, хатта үлемгә килтереүе ихтимал. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш нефрологы Альбина Илфат ҡыҙы Әйүпова бөйөр сирҙәрен нисек асыҡлау, сирҙең ни өсөн хәүефле булыуы тураһында һөйләне. – Нимә ул хроник бөйөр сире? Был хаҡта йыш ишетәбеҙ, ул күпме ваҡыт дауам итә? – “Хроник” тип аталыуы уның бик оҙайлы, һуҙыңҡы, дауамлы булыуына ишара. Ә хроник бөйөр сире – ул бер генә түгел, тотош сирҙәр комплексы бит. Фәнни тел менән әйткәндә, төшөнсә төрлө факторҙар арҡаһында бөйөр функцияларының түбәнәйеүен аңлата. Уларҙың араһында пиелонефрит, гломерулонефрит, диабетик нефропатия һәм башҡа сирҙәр булыуы ихтимал. Иң тәүҙә хроник бөйөр сиренә килтергән сәбәпте асыҡларға кәрәк. Ябай һүҙҙәр менән әйткәндә, хроник бөйөр ауырыуы – сәбәбе ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, өс айҙан да оҙағыраҡ дауам итеүсе бөйөр сире ул. – Ниндәй билдәләргә ҡарап, сирҙе асыҡларға мөмкин? – Ҡан