Спорт объекттары һаны буйынса Башҡортостан Республикаһы Мәскәүҙән ҡала икенсе урында. Был турала Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә әйтеп үтелде. Был осрашыуҙа төбәктә спортты үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды. - Физик культураны һәм спортты үҫтереүгә беҙ ҙур иғтибар бирәбеҙ. Тармаҡҡа финанслауҙы күп тапҡырға арттырыу ҙа был турала һөйләй. Былтыр 10,4 млрд һум аҡса бүленһә, шуның 7 миллиардын республика бюджетынан йүнәлттек, - тине Андрей Назаров. Бының һөҙөмтәһендә махсус спорт ҡоролмаларын төҙөү тиҙләтелде, шулай уҡ ауыл ерендә, белем биреү ойошмаларында һәм төҙөкләндерелгән ихаталарҙа спорт объекттары булдырылды. 59 муниципалитетта ҙур дүрт спорт үҙәктәре – Р. Баталова исемендәге спорт әҙерлеге, Гимнастика, Ишеү слаломы өсөн ҡоролма комплексы, Ө. Мостафин исемендәге спорт әҙерлеге үҙәктәре төҙөлдө. 12 физкультура-һауыҡтырыу комплексы, 5 көплө боҙ аренаһы, 2 бассейн булдырылды. ГТО комплексы нормаһы тапшырыу өсөн 56 майҙансыҡ ҡуйылды. 3 стадион һәм 1 б
Спорт объекттары буйынса Башҡортостан Рәсәй буйынса алдынғылар рәтендә
18 марта 202418 мар 2024
1 мин