Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендәге Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе мелиорациялау буйынса проекттарға ярҙам күрһәтеү тәртибе ҡаралды. – Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән бурыстарҙың береһе 2030 йылға тиклем ауыл хужалығы продукцияһы етештереү күләменең артыуы менән бәйле, - тип билдәләне Андрей Назаров. - Уны ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге файҙаланылмаған ерҙәрҙе тейешле әҙерләү һәм файҙаланыу иҫәбенә хәл итергә мөмкин. 2023 йылда Рәсәй Хөкүмәте ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе әйләнешкә һөҙөмтәле йәлеп итеү һәм мелиорация комплексын үҫтереү дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерҙе, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер-министр. Дәүләт ярҙамы алыусылар исемлеге лә киңәйтелгән. Хәҙер уны селекция һәм орлоҡсолоҡ, ерҙәрҙе мелиорациялау һәм тупраҡтың уңдырышлығын арттырыу өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәргән фәнни һәм мәғариф ойошмалары файҙалана ала. - Башҡортостан был программала әүҙем ҡатнаша. Ағымдағы