Башҡортостанда “Рәхмәт” акцияһы ҙур популярлыҡ яуланы. Һайлауға барған һәр кемгә бирелгән билеттар буйынса приз оттороу өс көн дауам итте. Әле ойоштороусылар әйтеүенсә, улар бөтәһе 600 бүләк таратҡан. Кешеләр робот-саңһурҙырғыс, телевизор һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр алған. Күпселек еңеүселәр уларҙы килеп алған да. Ниндәй ҙә булһа сәбәптәр буйынса отторолмаған бүләктәр приз фондына күсә һәм ҙур бүләктәр менән бергә уйнатыласаҡ. Әйткәндәй, суперприздар – фатир, автомобиль һәм юлламалар 22 мартта уйнатыласаҡ. Хәтерегеҙә төшөрәбеҙ, акцияла ҡатнашыу өсөн 2,5 миллион кеше теркәлгән. Әгәр ниндәй ҙә сәбәп буйынса билетығыҙҙы теркәп өлгөрмәһәгеҙ, быны 20 мартҡа тиклем эшләп өлгөрөргә була. Еңеүселәр ҙә бүләктәрен 20 мартҡа тиклем барып алырға тейеш.
Машина менән фатирҙың ҡасан уйнатылыры билдәле булды
18 марта 202418 мар 2024
~1 мин