18 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға яҡынса йомғаҡ яһаны. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөтә илдә тауыш биреү өс көн барҙы – 15 марттан 17-һенә тиклем. Башҡортостан буйынса һайлауға килеү күрһәткесе 83 проценттан ашыу тәшкил итте, ә ғәмәлдәге Рәсәй Президенты Владимир Путин өсөн тауыш биреүселәр һаны 90 проценттан ашты, тип хәбәр итте республика етәксеһе. – Был тауыш биреү, асылда, бөтөн йәмғиәтебеҙ өсөн ғәжәп берләшеү сағылышы булды. Тәү сиратта һайлау участкаларына яҡшы кәйеф менән килгән һәм аҡыллы һайлау үткәргән Башҡортостан халҡына рәхмәт әйткем килә. Илдең ҡаҙаныштары һәм уның киләсәге берҙәм эшебеҙгә, һәм, әлбиттә, уның лидеры Владимир Владимирович Путинға, алып барған сәйәсәткә бәйле булыуын аңлайбыҙ, - тине Радий Хәбиров. – Алда беҙҙе алты матур йыл көтә. Беҙ һеҙҙең менән Президенттың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләгән пландарын күрҙек. Ә мин Мөрәжәғәтнамәлә әйтелгәндең барыһы ла эшләнәсәгенә ыша