Найти тему
Башҡортостан гәзите

Беҙ бер ҡасан да тауыш биреүҙә ирекле ҡатнашыуҙан баш тартмаясаҡбыҙ

Рәсәй Президенты һайлауы ваҡытынды Өфөлә "Рәсәй Президентың һайлау-2024" йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләне. Унда һайлау барышы тураһында төрлө фекерҙәр ишетергә тура килде. Политолог, тарих фәндәре кандидаты Сергей Лаврентьев брифингта, ирекле һайлауҙан баш тартмаясаҡбыҙ, тип белдерҙе. – Беҙ бер ҡасан да тауыш биреүҙә ирекле ҡатнашыуҙан баш тартмаясаҡбыҙ. Ниндәй ҙә булһа административ йоғонто индермәнек һәм индермәйәсәкбеҙ... Икенсе эш, әгәр кемдер ҡамасауларға теләй икән, кемдер боҙорға теләй, әлбиттә, был осраҡта закон булырға тейеш, - тине Сергей Лаврентьев. Әйткәндәй, бөгөн, 18 мартта, Рәсәй Президенты һайлауының барлыҡ протоколдары 100 процент эшкәртелгән. Һайлауҙа ҡатнашҡан граждандар түбәндәгесә тауыш биргән: Владимир Путин өсөн - 77,44 процент, Николай Харитонов өсөн - 4,31 процент, Владислав Диванков өсөн - 3,85 процент, Леонид Слуцкий өсөн - 3,20 процент. Фото: Рәсәй Президентың һайлау-2024" йәмәғәт матбуғат үҙәгенән. #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024