2014 йылдың 18 мартында уҙған референдумда Ҡырым ярымутрауы һәм Севастополь ҡалаһы халҡы үҙенең тарихи Тыуған иле – Рәсәй менән берләштереү өсөн тауыш бирә. Быйыл Ҡырым яҙына теүәл 10 йыл тула. Һуңыраҡ тейешле Указға Рәсәй Президенты ҡул ҡуя. Тарихҡа күҙ һалғанда, Ҡырым батша заманында уҡ Рәсәй составында булған. 1783 йылдың 8 (21) апрелендә императрица Екатерина II “Ҡырым ярымутрауын, Тамань утрауын һәм Бөтә Кубань яғын Рәсәй державаһына ҡабул итеү тураһында" манифестҡа ҡул ҡуя, ә июнь айында Ҡырым халҡының бөтә вәкилдәре уға ант бирә. Шулай итеп, Ҡырым мәңгегә Рәсәйгә ҡушыла. 1853 – 1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышы Севастополь халҡының бөтә Рәсәй халҡының ғорурлығы булыуын Рәсәй дошмандарына күрһәтә. Севастополь ҡалаһын 349 көн обороналау дауам итә. Граждандар һуғышы йылдарында Ҡырым аҡтар хәрәкәтенең һуңғы нығытмаһына әүерелә. Беҙ 1920 йылдың аҙағында Ҡырым еренән киткән Врангель армияһы офицерҙарын һәм Сиваштың боҙло һыуын кисеп сыҡҡан Михаил Фрунзе ҡыҙылармеецтарын әле онотмайбыҙ. Был