Ураҙа тотоу менән ярлыны ашатыуҙы бергә ҡушыу – Ожмахҡа лайыҡ булыуҙың ышаныслы сараларының береһе. “Йәннәттә шундай бүлмәләр бар: уларҙа тышҡы яҡ эстән күренеп торасаҡ һәм киреһенсә. Аллаһ ул бүлмәләрҙе ярлыны ашатҡандар, улар менән һөйләшкәндә йомшаҡ булғандар, йыш ураҙа тотҡандар, бүтәндәр йоҡлағанда намаҙ уҡығандар өсөн әҙерләгән”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм (имам Әхмәттең хәҙистәр йыйынтығынан).Аллаһ рәсүле шулай уҡ: “Кем ураҙа тотоусыға ифтар ҡылырлыҡ аҙыҡ биргән, шул ураҙа тотоусы кеүек үк сауап аласаҡ, саҡ ҡына ла кәм түгел”, – тигән (әт-Тирмиҙиҙең хәҙистәр йыйынтығынан). Иртәгәгә, 19 мартҡа, сәхәр, ифтар, намаҙ ваҡыттарын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды, Өфө ваҡыты буйынса төҙөлгән). Фото: islam.ru