18 мартта Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғилемханов Рәсәй Президенты һайлау кампанияһы барышы һәм һөҙөмтәләре менән уртаҡлашып, протоколдарҙың 100 процентын эшкәртеү йомғаҡтары буйынса Владимир Путин Рәсәй Президентын һайлауҙа Башҡортостанда 2 239 816 (90,9 процент) тауыш йыйҙы, тип белдерҙе. Дәүләт Думаһының Алыҫ Көнсығышты һәм Арктиканы үҫтереү буйынса комитеты рәйесе Николай Харитонов өсөн Башҡортостанда 90 865 һайлаусы (3,69 процент) тауыш биргән, ЛДПР лидеры Леонид Слуцкий өсөн – 66 976 (2,72 процент), Рәсәй Дәүләт Думаһы вице-спикеры Владислав Даванков өсөн – 46 253 (1,88 процент). Рәсәй Президентын һайлауында республика халҡының тауыш биреү хоҡуғы булған һайлаусыларының 83,73 проценты ҡатнашҡан. Ғөмүмән, 2 465 830 һайлаусы үҙенең конституцион бурысын үтәгән. Ғәҙәттә, һайлау кампанияларында республикала ауыл халҡы яҡшы күрһәткестәр менән айырылып тора ине. Был юлы ҡала халҡы ла әүҙем булды. Йәғни Өфөлә күрһәткес — 79,9 процент, башҡа ҡалаларҙа 78,98 процент тәшк