67. Нүшра ның хөкөмө ниндәй?
Яуап Нүшра ның ике төрө бар: 1. Әгәр ҙә Нүшра сихырлы юл менән, йәғни башҡа сихыр ысулы менән эшләнһә, ул ярамай. Быға дәлил. Джәбир ибнү 'ӘбдиЛЛӘһ رضي الله عنه еткерҙе: "Пәйғәмбәребеҙ Мүхәммәдтән صلى الله عليه وسلم берәү "Нүшра нимә ул?", - тип һорағас, Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم: "Нүшра ул шайтан ғәмәлдәренән", тип яуап ҡайтарған". Ҡарағыҙ Мүснәд Әхмәд (14135) , Сүнән Әби Дәүд (3868) , һәм Шейх Альбани "Мишкәт"тә Сахих тине (4553) . 2. Әгәр ҙә Нүшра шәриғәткә ярашлы рукъя (Ҡөръән аяттары һәм шәриғәткә ярашлы доғалар менән) аша булһа, ул ваҡытта рөхсәт ителә. 'Әүф ибн Мәлик Әл-Әшджә'и رضي الله عنه еткерҙе: Пәйғәмбәр Мүхәммәд صلى الله عليه وسلم әйтте: Әгәр ҙә ширк менән бәйле булмаһа, рукъяның насарлығы юҡтыр". (Сахих Муслим, 2200).
Фәйсал ибн Мисфир исемле ғалимдың КәнзүлАтфал китабынан тәржемә ителде. Тәржемә итеүсе Әбү Әхмәд Әл-Бәшҡурди. #балаларға https://t.me/kanzulatfalbashkortsa