Ҡатын-ҡыҙҙар, 8 Март байрамы, үтте-үтеүен, тик бына Нурзиләнең генә күңеле әле һаман болоҡһоу, кәйефе бөтөнләй юҡ. Әле һаман ҡолағында бер үк һүҙҙәр яңғырай: “Бер нимәгә лә эшкинмәйһең! Хатта ашарға ла тәмле итеп бешермәйһең! Йүнһеҙ...”. Нурзиләнең ире был һүҙҙәрҙе йыш әйтә, тик бына байрам көнөндә шул уҡ һөйләмдәр яңғырағас, ҡатындың йөрәге бик ныҡ һыҙланы. “Иххх... Заяға үтеп бара бит ғүмерем... Бер ҡәҙер-хөрмәт юҡ. Ә мин бит тырышмай түгел, тырышам...Ана, күрше ҡатындың ире үҙенә бер гөлләмә рауза ғына түгел, бүләген дә йәлләмәгән...” Нурзилә шулай тип уйлап алды ла, Яңы йыл башында уҡ бәйләй башлаған шәленә тағы тотондо. “Яҙмыш – һәр кемдең ҡулында, тиҙәр. Әллә мин дә тәүәккәлләп ҡарайыммы икән? Минең дә бәхетле йәшәүгә хаҡым бар бит...” – тип уйлап алды ла ҡатын, үткән йәй баҡсала осратҡан ирҙе күҙ алдына килтерҙе, уның йөҙөн тағы иҫенә төшөрөргә тырышты. Иртәгә нимә булырын, ҡайҙа кемде осратырын, нимә юғалтырын йәки, киреһенсә, табырын бер кем дә алдан күҙаллай алмай. Бына ош