Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Өҫтән, юғары көстән..."

Рәсүл Сәғитовты күптәр иң тәү сиратта тауышынан таный торғандыр. Билдәле радиожурналист, яҙыусы ошо көндәрҙә 60 йәшен билдәләй. Уның менән әңгәмәлә тормоштоң төрлө яҡтарын байҡаныҡ, ижад кешеһенең ҡыҙыҡлы ла, үҙенсәлекле лә күңел донъяһын асырға тырыштыҡ. – Һеҙҙе журналист, яҙыусы тип беләбеҙ. Әҫәрҙәрегеҙҙә фәлсәфә, кинәйә күп. Һүҙ тигән бөйөк ҡөҙрәткә был ҡәҙәре яҡынлыҡ, ғөмүмән, ошо сәнғәт менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныу ҡайҙан килә? – Ҡыҙыҡһыныу үҙемдән, ылыҡтырыу – Күгемдән. Өҫтән, юғары көстән. Үҙемдән тиһәм дә, тыумаҫ борон уҡ, хатта йылдар, быуаттар алда, һиңә һалынған һәләт, кәмендә ойотҡо һөҙөмтәһелер был. Сәбәп түгел, эҙемтә. Өҫкө донъяға мөкиббән үк түгелмен, һәр хәлдә тышҡа махсус, күрһәтмәле сығармайым, һуҡырҙарса эйәреү юҡ, ерҙән атлап йөрөйөм, яңынан-яңы технологиялар яҡлымын, әҙәм аҡылының донъя тотҡаһы икәнлегенә инанам, ләкин ҡасандыр йәшәйештең яралғаны, ауаз һалып тыуғаны, үҫкәне-үҫешкәне үҙаллы ғына, үҙкөйләнешле генә түгелдер ҙәһә. Юриспруденцияла тотоу һәм тигеҙләү системаһы тигән төшөнсә бар, дәүләт хакимлығын бүлеү принцибының төп элементы. Юрислыҡҡа уҡығанда ныҡ һеңде был мейегә. Өс тармаҡ – ҡанун сығарыу, суд һәм башҡарма хакимлыҡ – бер-береһе бойондороғонда. Шуның ише бөтөнлөк, түңәрәклек булһын өсөн матди байлыҡҡа өҫтөнлөк биреүселәр генә түгел, рухи хазинасы ижадсылар ҙа тыуа тора. Миҫалға, һүҙселәр нефть һурҙырмай, юлдар һалмай, әммә тормошто уларһыҙ күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ. Һыуһыҙ Иҙел, тау-ҡаяһыҙ Бөрйән, моңһоҙ йыр күрерһегеҙ. Һүҙҙе мин Ғәле Йәнәптәре тип ололайым, ҙур хәрефтән яҙам, тауыш менән белдергәндә интонация ярҙамында ҙурлайым. Нисә китабым бар, ҡайһы телдә яҙылһа, нәшерләнһә лә, улар, башлыса, Һүҙ тураһында. "Һүҙ" һүҙе тышлыҡтарына ла сыҡҡан: "Дөрөҫ һүҙ", "Һүҙем менән сығам илемә", "Уйлағандың һүҙе уйнаған", "Словом красен человек". Тупланыу өҫтөндәге сираттағы ҡулъяҙмама башты әлегә "Тел һөйгәнде ил һөйгән" тип теркәгәнмен. Бер төрлө аталмаһындар тип "һүҙ", "тел" һүҙҙәрен ҡулланмай ҙа исемләйем ҡайһы саҡ, ләкин "Алтындан алдын мәсьәлә", "Такого я мнения" һәм башҡа йыйынтыҡтарымда ла тел – гел үҙәк урында. Аң етмәҫ мөғжизә ҡөҙрәте менән хасилланған, быуаттарҙы артылған һайын һүҙен ишәйткән, үҙен көсәйткән, йәшәү ҡанундарын булдырған, үҙаллы ҙур институтҡа әйләнгән был алтынды һәр ерҙә үҙәккә ҡуям. Ул көн итмештә ябай аралашыу сараһы ғына түгел – ошоно һәр күңел төптән төшөнһәсе. Һәр кем, һәр нәмә, һәр дәүер телгә йоғонтоло. Тел үҙе лә бөтә нәмәгә, бөтә осорға тәьҫирле. Туған телебеҙҙә һин һөйләшмәһәң, ул өҫтән ҡараһа, быныбыҙ кәрәкмәй, тиһә, ҡарауһыҙлыҡ китә, тәрбиәһеҙлек етә. Матди яҡ – затлы яҡ, әлбиттә, икмәк юҡта хикмәт тә юҡ, ләкин рухиәтһеҙ ул үҙе лә ҡотһоҙ, һутһыҙ. Унһыҙ буш, уның менән – ҡуш. Матдилыҡтың телгә биргән, тағы ла күберәк бирә алған файҙаһын тормош күрһәтә лә килә: дәүләт ойошторған саралар, төҙөткән мәктәптәр, астырған башҡа ойошмалар, киң мәғлүмәт сараларына ярҙам эҙһеҙ ҡалмай. – "Алдын" тинегеҙ, был һүҙ әҙәби телдә юҡ шикелле? Һөйләштәрҙә генә осрамаһа. – Хәҙер бар тип уйлайыҡ (йылмая – автор). Бар ине лә: ялғау ҡушылып, мәҫәлән, "алдынғы" һүҙе йәшәгәнен беләбеҙ. Бынамын тигән. Йыш ҡабатлана. Китабым атамаһына ошолай индерҙем, сөнки "алтын"ға рифма кәрәк булды. – Рифмалау һеҙҙә көслө генә. – Көсәнеүһеҙ килеп сыға, үҙенән-үҙе. Башҡортса ғына түгел, русса ла. Яңы ғына бер эфирымда: "Ошо ҡатмарлы заманда, ауырлыҡ артҡанда һаман да…" – тинем, алдан әҙерләнеп әйтмәнем. Ритмлы ла яңғыраны. – Әле һөйләшеп ултырғанда ла ҡолаҡҡа салына. – Шулай матурыраҡ та бит. Донъяла һәр нәмә гүзәл булһын. Айырыуса тел. Телде үҫтереү — уны байытыу ҙа ул. Яңы һүҙҙәр индерелгәне яҡшы. Телгә ятып торғанда, мәғәнә дөрөҫ бирелгәндә, үҙләштерелгәндәре лә һәйбәт. Шәп килен һымаҡ, ихлас йәшәп ала ла китәләр. Мәҡәлдәр ҙә сығара йөрөйөк. Бер тура эфирымды, рифмалылыҡ йәһәтенән генә түгел, ошоно уйлап та: "Сәнғәте барҙың сәнәғәте бар" тип астым. Тыштан оҡшаш ике төшөнсәне айырыу өсөн дә һәйбәт был, юғиһә, "мәҡәл" менән "мәҡәлә" тәңгәлендәге ише бутау йә бер мәғәнәлә төшөнөү ҙә юҡ түгел. – Журналист булмаһағыҙ, кем булыр инегеҙ? Һайлаған һөнәр, башҡарған эшегеҙ тураһында уйланып, үкенгәнегеҙ бармы? – Үкенгәнем юҡ. Һайлап та алған яҙмышым түгел. Тәбиғәт, өҫкө бер көс үҙе йүнәлтте. Һәр кемде лә шулайталыр, тим. Кемдер, башҡа урынға ҡушылһа ла, дан типме, киң мәғлүмәт сараларына әрһеҙ барып инһә йә сәхнәгә менһә лә, әллә нимә ҡыйрата алмай. Дан булырға ла мөмкин, моң булмай. Бала, үҫмер саҡта йырсы, теш табибы, юрист булырға тигән уйҙарым булғанын әйткәнем бар. Бер заман хәрбилек тартты. Туғыҙынсыла уҡығанда, осоусылар училищеһына барам тип, Өфөлә медкомиссия үттем. Совет Армияһына хеҙмәткә аҙаҡ тап Хәрби-һауа көстәренә саҡырылдым. Осраҡлылыҡмы, нимәлер инде. Район хәрби комиссариатынан һыу аҫты флотына тип тоҫмаллап ебәргәйнеләр, бында икенселәй китте. Офицер дәрәжәле лә булдым барыбер. БДУ-ның хәрби кафедраһында өс йыл уҡып, хәрби йыйын үткәс, лейтенант йондоҙҙары тапшырылды. Запаста әле лә ҡалам. Кинорежиссер рәүешендә лә күреп китәм үҙемде. Фильмдарҙы тамашасы күҙлегенән түгел, тәнҡит аша ҡарайым. Ял түгел был миңә, көсөргәнешле эш. Күберәк тарихи таҫмаларға иғтибар ҡылам. Оҫталыҡҡа һөйөнәм, осһоҙлоҡҡа көйөнәм. Документаль фильмдарҙы ла бик яратам. Айырыуса художестволылыҡ ысулдары ҡулланылып ебәрелгәндә һәйбәт. Заманында Башҡортостан телевидениеһында документаль проекттар ҙа эшләгәйнек. Сценарий авторы ғына булып ҡалманым, режиссерҙы тәҡдимдәрем менән дә ҡаҡшаттым. Кадрҙарҙы һауанан төшөрөп булмауы ғына әсендерә ине, бөгөн, ана, рәхәтләнеп эшлә. Һәр кемдең кеҫәһендә видеокамера, был да бик арыу. – Бөгөнгө тормошобоҙҙа, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтендә иң нығы нимә борсой, уйландыра? – Тормош һәйбәт ул, кешеләр ҙә иҫ киткес матур. Мөнәсәбәттәр төрлөсә булып китә, уныһы бар. Был да тәбиғи – бөтәһе лә бер тулҡында йөҙә алмай. Үҙемә минең тулҡындағылар менән аралашыу яйлы, уңайлы. Техник белемле булып та, гуманитар яҡлап та юғары кимәлле замандаштарым менән һөйләшеүҙәр – күңелгә май. Белем тигәндә тәрәнлек мөһим минең өсөн. Өҫкө, күренеп торған, махсус күрһәтелгән ҡатлам ғына әҙ миңә, мәсьәләләрҙең һәр саҡ тамырын табырға, нимәнең ҡайҙан хасиллығын ҡапшарға тырышам. Донъяла һәр нәмә бер-береһенә бәйле бит. Ошоно аңлаған, аңлағаны арҡаһында ла тыныс ҡалған, сыпранламаған шәхестәр менән аралаша алғаным менән бәхетлемен. Көнләшеүҙәр булмаһын. Һин эшләгәнде мин дә эшләй алам, хатта күпкә яҡшыраҡ, ләкин тотонмайым, сөнки кәрәкмәй, тиелмәһен. Булдыра алаһың икән, рәхим ит. Тарһынма. Ижади күңел – ысынлап та, быяла кеүек ул. – Бер интервьюғыҙҙа үҙегеҙҙең дә, кешенең дә тышҡы ҡиәфәтенә, бөхтәлегенә иғтибар биреүегеҙ тураһында әйткәйнегеҙ. Был ыҫпайлыҡ ҡайҙан килә? Кем һалған, тәрбиәләгән сифат ул? – Әсәйем таҙалыҡ яратты. Колхоз эшенә лә матур кейенеп йөрөргә тырышты. Бер туған апаһы Ғәлиә инәйемдән дә кәңәштәрҙе мул ишетеп үҫтем. Булмышымдағы бөхтәлек – иҫ белгәнемдән. Беҙ, кешеләр, бер уйлы, бер буйлы булһаҡ та, айырымбыҙ бит, ана шул айырымлыҡ, һөнәреңә йәки башҡаға бәйлеме ниндәйҙер стиль булып, тышҡы ҡиәфәттә лә сағылыусан. Миндә – бына ошо. Бүтәндәрҙе хөрмәт итеү ҙә был. Аяҡ кейемен генә алғанда ла, таҙа, хәлгә ҡарап затлы булһын, ир-егеттең йөҙө ул. – Алтмыш тигән үргә аяҡ баҫҡанда күңел халәтегеҙ ниндәй хәлдә? Үткәндәрҙе байҡап, бөгөнгөгөҙҙө барлап, үҙегеҙ хаҡында үҙегеҙ нимә тип әйтә алаһығыҙ? – Йәш тәңгәлендә лә тәбиғилек яҡлымын. Бер туйҙа бик хөрмәтле йәштәге инәй, йәштәрҙе сурытмай, телде арзанайтмай ғына ҡотланы, пенсияһынан өлөш һондо ла: "Минең кеүек ҡартайы-ы-п ултырырға яҙһын!" – тине. Ихлас ҡул саптым. Ә ҡоҙасаларҙың береһе, "ҡартайыу" һүҙен һөйһөнмәй, нимәлер ҡыҫтырҙы: йәнәһе, ҡайҙа әле быларға ҡартайырға, егермелә генәләр. Ололоҡҡа етеүҙең ниндәй шәплеген, етә алмауҙың аяныслылығын мәжлестәштәрҙең күпселеге аңланы, әлбиттә. Эстән йәшмен, тиеүселәр ҙә бар. Үҙем улай әйтмәйем. Минеңсә, ҡатын-ҡыҙға ярай, ир-егеткә бармай. Оло төҫ ҡунғаны ла һәйбәт. Уны яһалма ситләштерергә тырышыу кәрәкме икән – мәсьәлә. Арҡаға үҫмерҙәр рюкзагы тағып ҡына йәш сырайлы ҡалып булмайҙыр. Ә бына кәүҙә-килбәтеңде ҡаты сиктәрҙә тоторға кәрәк, был да йәмғиәткә мөнәсәбәтең ул. Ашауҙы әҙ генә кәметеү ҙә үлсәмдәрҙе йәһәт яҡшырта. Тән менән бергә йән дә өлкәнәйәме икәнен әйтә алмайым, ә күңел мәсьәләһендә — былай: ул да үҙгәрмәй тормайҙыр. Бәлки, нескәрә баралыр, ләкин ижадилек тамсы ғына булһа ла бар икән, һаҡлана ул, кипмәй. Мәҫәлән, мәжлестәрҙә гармун уйнап, йырлашып ултырыуға ихтыяж миндә һәр ваҡыт бар, ашау-эсеүгә урын күпкә тар. – Алдағы көндәргә ниндәй пландар, уй-ниәттәр? – Планлы йәшәгән юҡ инде ул... Ә ынтылыштар бар. Нисек кенә тапалыулы яңғырамаһын – китаптарым сыға торһон ине. Юлдарҙан, сәйәхәттәрҙән айырмаһын яҙмыш. Йәмғиәткә файҙам тағы ла мулайһын өсөн һаулыҡ кәрәк. Эшләргә лә эшләргә әле. Аллаһҡа шөкөр, Яңы йыл алдынан ғына ҡайны булдым – Ильяс улыма кәләш алдыҡ. Таңсулпан ҡыҙымды ла, мәле еткәс, йолалар үтәп кейәүгә бирәйемсе – бына план. Олатай булғы ла бик килә – бына уй-ниәт. Фото: Р. Сәғитовтың шәхси альбомынан.