Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан халҡы кем өсөн тауыш биргән?

15, 16 һәм 17 мартта уҙған тауыш биреү тамам. РФ Үҙәк һайлау комиссияһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй Президентын һайлауҙа Владимир Путин Башҡортостанда 90,90 процент тауыш йыйған. Икенсе урында КПРФ вәкиле Николай Харитонов килә – 3,68 процент, ЛДПР лидеры Леонид Слуцкий өсөн – 2,69 процент, “Яңы кешеләр” партияһынан кандидат Владислав Даванков өсөн 1,89 процент тауыш биргән. Башҡортостанда һайлаусыларҙың 83,86 процент дәүләт башлығы һайлауҙарына килгән. Дөйөм алғанда, 99,66 процент протоколдарҙы эшкәрткәндән һуң Рәсәй буйынса Владимир Путин 87,32 процент тауыш йыйыуы билдәле, тип хәбәр итә РФ Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында. Фото: kremlin.ru #ВыбираемПрезидента #Башкортостан #БашВыбор2024